Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
27 Май 2025, 04:56

Китаптар донъяһына сорналып йәшәй

Китаптар донъяһына сорналып йәшәйАлһыу Насирова ҡулында Өфө китапхана техникумын тамамлауы тураһында дипломы булыуға ҡарамаҫтан, китапхана эшенә урау юлдар аша килә. Тәүге хеҙмәт юлын ул райондың балалар һәм пионерҙар йортонда ҡул эштәре түңәрәктәре етәксеһе булып башлай. Унда эшләгән йылдарында балаларҙы тегергә, бәйләргә һәм башҡа ҡул эштәренә ихлас өйрәтә, районда уҙғарылған барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай. Тәрбиәләнеүселәре Алһыу Рәлиф ҡыҙын әле булһа онотмай, ярата, иҫәнләшеп йөрөй.

Китаптар донъяһына сорналып йәшәйКитаптар донъяһына сорналып йәшәй
Китаптар донъяһына сорналып йәшәй

Шулай ҙа, атаһының кеше бер урында ғына мүкләнергә тейеш түгел, тип әйткән һүҙҙәрен иҫендә тотоп, ул уҡыған һөнәре буйынса эшләргә ҡарар итә. 2015 йылда район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһына методист булып эшкә килә. Тәжрибәле остазы Надежда Гогитидзе хаҡлы ялға киткәндән һуң, тармаҡтың күп технологияларын үҙләштергән, яратҡан һөнәрендә мул тәжрибә туплаған белгесте методика кабинеты етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр.
Эйе, китапханаларҙың күптән инде китап биреү урыны ғына түгел, ә ауылдарҙың үҙәген тотоп тороусы ойошмаларҙың береһенә әйләнеүе бер кемгә лә сер түгел. Бөгөнгө көндә районда үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында 30 китапхана эшләп килә – 28 ауыл китапханаһы, район үҙәк китапханаһы һәм район балалар китапханаһы. Район үҙәкләштерелгән китапхана системаһының методик кабинеты китапханасылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй.
- Барлыҡ ауылдарҙа ла заманса йыһазландырылған, интернет селтәре менән тоташтырылған моделле китапханалар эшләй. Уларҙың тормошон сайттарҙа, “Бәйләнеш”тәге төркөмдәрҙә даими күҙәтеп барырға була. Элек 1 сайт һәм “Бәйләнеш”тә бер төркөм менән генә эшләһәк, хәҙер иһә 13 сайтты, “Бәйләнеш”тә 30 төркөм алып барабыҙ. Минең бурысҡа сайттарға ҡуйылған мәғлүмәттәрҙе тикшереп барыу, ауыл китапханасыларына даими методик ярҙам күрһәтеү инә.
Әлбиттә, телевизор, компьютер, интернетты китап уҡыуҙан өҫтөн күргән заманда, китапханасыларға үҙҙәренең уҡыусыларын һаҡлап ҡалыу еңел эш түгел. Шуға ҡарамаҫтан, китапханаларҙа бөтә иҫтәлекле даталар билдәләнә, әленән-әле ҡыҙыҡлы саралар, конкурстар уҙғарыла, яҙыусылар, журналистар менән осрашыуҙар уҙғарыла, район сараларында күргәҙмәләр ойошторола. Пушкин картаһы проекты ярҙамында китапханаларҙа йәштәрҙе һәм балаларҙы күберәк йәлеп итеү өсөн күп эш башҡарыла, уларҙы һанап китһәң осона сығырлыҡ түгел. Халыҡтың китапханаларға күпләп йөрөүе беҙҙең эшмәкәрлегебеҙҙең уңышлы булыуын күрһәтә, - тип уртаҡлаша Алһыу Рәлиф ҡыҙы.
Төп эшенән тыш, Алһыу Рәлиф ҡыҙы район һабантуйҙарында, “Табынфес”тарҙа, Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған Һабантуйҙа үҙ өҫтөнә башҡорт тирмәһен биҙәү өсөн яуаплылыҡ алып, тирмәне көнкүреш кәрәк-яраҡтары, боронғо эш ҡоралдары, кәсепселек әйберҙәре, ҡул эштәре менән биҙәүгә бар тырышлығын һәм оҫталығын һала.
Уның фекеренсә, китапханасы белемле генә түгел, кешеләр менән аралашыусан, ихлас, төрлө яҡлап үҫешкән шәхес булырға тейеш.
– Хәҙерге заман китапханасыһына ҡарата талаптар ҙа арта, ул мәғлүмәт технологияларын белергә, компьютерҙы үҙләштерергә, офис һәм видео техникаһы менән эш итергә тейеш. Минең өсөн иң мөһиме – үҙ һөнәреңде яратыу һәм уны барыһынан да яҡшыраҡ эшләргә ынтылыу.
Һәр быуындың үҙ зауығы, теләге бар, шуға күрә китапханаларҙа йәштәрҙең дә, өлкәндәрҙең дә күңелдәренә ятҡан яңы һәм ҡыҙыҡлы китаптар артыуын, уларҙа кеше өҙөлмәүен, йәштәрҙең китапханаларға эшкә килеүен теләйем, – ти Алһыу Рәлиф ҡыҙы.
Гөлсәсәк Бикҡужина.

Автор:
Читайте нас