

– Рөстәм ағай, һеҙ туған телебеҙҙе ниндәй хәлдә тип уйлайһығыҙ?
– Туған телебеҙ бар инде ул, әлхәмдүлилләһ. Әммә барыбер ҡыҙғаныс, бала-саға үҙ телен белмәй үҫә, туған телебеҙ бөтөп бара, тип әйтергә лә була. Шул телефондар, йәнһүрәттәр, уйындар һ. б. аша балалар руссаға тиҙ генә күсә лә ҡуя. Үҙемдән сығып әйтәм, мин мәҫәлән балаларыма үҙ телемдә хәбәр һөйләһәм дә, улар миңә яуапты русса ҡайтара.
– Телебеҙҙе үҫтереү өсөн нимә эшләргә кәрәк тип уйлайһығыҙ?
–Телефондарҙы бөтөрөргә кәрәк, әммә был – балалар өсөн бик ҙур трагедия буласаҡ.
– Һеҙҙең ейәнсәрегеҙ Динә туған телендә һөйләшәме һуң?
– Ҡыҙғанысҡа, һөйләшмәй. Әсәһе менән машинала барабыҙ, ул артта телефонын ҡарап бара. Гөлназ ҡыҙым менән татарса һөйләшеп барғанда, беҙгә: «А что вы на татарском разговариваете?» – тип һорай. Бына шундай көнгә ҡалдыҡ инде, – ти ул.
Ә һеҙҙең балаларығыҙ үҙ телен белеп үҫәме?