Махсус хәрби операция тарихындағы иң хәүеф-хәтәрле һәм тәүәккәл тип һаналған “Торба” операцияһы тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Белеүегеҙсә, 2025 йылдың мартында Курск өлкәһендә уҙған был операция мәлендә бер нисә тораҡ пункт азат ителде. Беҙҙең 800-ләп яугир ер аҫтындағы газ торбаһы эсенән 15 километрҙан ашыу юл үтеп, дошман тылына һөжүм иттеләр. Икенсе төрлө “Поток” тип аталған операцияға иң көслө, иң сыҙамлы яугирҙәрҙе генә һайлап алғандар. Улар араһында беҙҙең райондашыбыҙ ҙа булыуы ғорурлыҡ хистәре уята.
“Муха” позывнойлы яҡташыбыҙ Өфө ҡалаһында тыуған, әммә уның бала һәм үҫмер саҡтары әсәһенең тыуған ауылы Күлләрҙә үтә. Әле лә ул тыуған еренән дә яҡыныраҡ күргән ауылды, туғандарын һағынып ҡайта.
Яғыулыҡ-энергетика колледжында белем алған егет Балтик флотының хәрби-диңгеҙ пехотаһында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас, “Башкирэнерго”ла, Рәсәй тимер юлдарында, проект ойошмаларында электр монтеры, инженер, инженер-конструктор булып эшләй.
Махсус хәрби операция башланғас, ҡыйыу яҡташыбыҙ ҙа РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм Тыуған ил һағына баҫа.
- “Муха” позывнойы алыуымдың бик ҡыҙыҡ тарихы бар. Күлләр ауылында йәшәгән Рәжәп ҡартатайымды ауылда “Драж” тип йөрөтәләр ине. Мин шул ҡушаматты күҙ алдында тотоп, “Шмель” тигән позывной алырға уйланым, тик “Шмель”, “Оса” позывнойлы яугирҙәр бында бар булып сыҡты. Хәҙер һин “Муха” булаһың инде тигәйнеләр, фамилиям да Муллаҡаев булғас, риза булдым, - ти үҙенең ҡушаматы хаҡында яугир.
Әйткәндәй, уның ҡартатаһы Рәжәп Муллаҡаев 1943 йылда, 18 йәшендә генә Бөйөк Ватан һуғышына алына һәм Берлинға тиклем барып етеп, 1954 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. 469-сы уҡсылар полкында хеҙмәт иткән сержант Рәжәп Фазлиәхмәт улы яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн күп миҙалдар менән бүләкләнгән.
Ҡартатаһының юлын дауам итеп, алғы һыҙыҡта еңел булмаған хеҙмәт үтәгән яҡташыбыҙҙы тыуған яҡтарында әсәһе, ҡатыны һәм туғандары түҙемһеҙлек менән көтөп алған. “Торба” операцияһы тураһында мөмкин булғансы тулыраҡ һөйләүен үтенгәс:
- “Торба” операцияһы тураһында һөйләп кенә бөтөрлөк түгел, әлбиттә. Һәр беребеҙ өсөн был ғүмер эсендәге иң ауыр һынау булды. 15 километрҙан ашыу ябыҡ арауыҡты үтеүҙе былай ғына күҙ алдына килтереп булмай. Торба эсенең диаметры бер метр ҙа ҡырҡ сантиметр. Унда тура ғына баҫып торорлоҡ та, атларлыҡ та түгел. Торба эсе мазутлы, тын алырға һауа етмәй, яҡтылыҡ юҡ. Биш тәүлек барҙыҡ. Ихтыяр көсө генә ҡотҡарҙы беҙҙе. Үҙебеҙ менән алған һыу бөткәс, торба стенаһында йыйылған мазутлы һыуҙы бинтҡа һеңдереп, көрөшкәгә һығабыҙ ҙа йотомлап ҡына эсәбеҙ. Шулай итеп иренде еүешләтеп, бөтөнләй аңды юғалтмаҫҡа тырыштыҡ.
Торба эсенән төркөмләп 800-ләгән кеше үттек. Унда “Ахмат”, “Восток” спецназдары, 30-сы мотоуҡсылар полкы, “Ветерандар” батальоны, беҙҙең десант пехотаһының 11-се бригадаһы ҡатнашты. Бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамайынса, беҙ барыбер алға ҡуйылған маҡсатҡа ирештек, торба эсенән сыҡтыҡ һәм һөжүм иттек. Беҙҙе көтмәгән теге яҡтағылар шунда уҡ ҡаса башланы. Үҙебеҙҙең хәлебеҙ булмаһа ла, ихтыяр көсө, адреналин ярҙамында, беҙҙең барыһы ла килеп сығасаҡ, беҙ еңәсәкбеҙ, маҡсатҡа ирешәсәкбеҙ тигән көслө теләк менән көрәшкә күтәрелдек һәм еңдек. Бер нисә ай буйына эшләй алмағанды бер нисә сәғәт эсендә башҡарып сыҡтыҡ. Унда кисергән хистәрҙе бер ниндәй һүҙ менән дә аңлатырлыҡ түгел. Юғалтыуҙар ҙа булды, ҡыҙғанысҡа. Кемдәрҙер торба эсендә газ менән ағыуланды, ҡайһылары яу барышында һәләк булды. Бер үк ваҡытта яуға күтәрелергә лә, яралыларҙы эвакуацияларға ла, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙгә һыу табып эсергә һәм ашап алырға ла өлгөрөр кәрәк ине. Шулай ҙа бирешмәнек. Беҙҙең яугирҙәр бөтә нәмәне лә башҡара ала. Быны мин шунда аңланым. Торба эсенән барғанда ла төшөнкөлөккә бирелмәнек, шаярҙыҡ-көлдөк, төрлө ҡыҙыҡтар һөйләп, үҙ күңелебеҙҙе үҙебеҙ күтәрҙек. Барыһы ла беҙ уйлағанса килеп сыҡты, - тигән яуап ишеттем.
Яугир “Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өсөн”, “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордендары, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы һәм “Торба” операцияһы өсөн “Ҡаһарманлыҡ” ордены менән бүләкләнгән.
- Алғы һыҙыҡта беҙҙең коллективтағы ир-егеттәр һәр ваҡыт берҙәм, татыу. Бер коллективта оҙаҡ ваҡыт булһаң, бер ғаиләгә әйләнеп китәһең. Госпиталдә ятҡан саҡта ла, отпускыға ҡайтҡан ваҡытта ла һәр ваҡыт бәйләнеш тотабыҙ. Хәрби туғанлыҡ тип атала был. Барлыҡ яҡташтарыма түҙемлек теләр инем. Унда рәхәт түгел. Алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек алып барып еткереүе ҡатмарлы. Ваҡытлыса һыуһыҙ ҙа, аҙыҡһыҙ ҙа ҡалырға тура килә. Шулай ҙа беҙ бирешмәйбеҙ, оборона тотабыҙ. Рух ныҡлығы, сыҙамлыҡ беҙҙә етерлек, - тине ҡаһарман яҡташыбыҙ.
“Иҫән-һау ҡайтһам, Күлләргә барасаҡмын”, - ти торба эсендә саҡта яугир. Аллаға шөкөр, уның был теләге ҡабул булды. Ауылға ҡайтып, рәхәтләнеп күл буйҙарында йөрөнө, зыярат ҡылды. Уның башҡа барлыҡ изге теләктәре лә ҡабул булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.