Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
14 Май 2025, 11:20

"Герой парталары" асылды

"Герой парталары" асылдыЕңеү көнө алдынан Үтәгән төп белем биреү мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташ егеттәребеҙ Марсель Бикҡолов һәм Радик Йөҙлөкбаевтар иҫтәлегенә Герой парталары асыу тантанаһы үтте.

"Герой парталары" асылды"Герой парталары" асылды
"Герой парталары" асылды

Бикҡолов Марсель Марат улы 1983 йылдың 9 октябрендә Үтәгән ауылында тыуып үҫкән. 1990-1999 йылдарҙа Үтәгән төп белем биреү мәктәбендә уҡыған. Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ физкультура техникумында белем ала. Ул һәр ваҡыт спорт яратты, кешеләргә ҡарата ярҙамсыл, ихтирамлы булды. Махсус хәрби опреация башланғас та, Марсель һис ике уйлап тормай, “Мин унда барарыға тейешмен”- тине. 2024 йыл 25 июлендә Марсель яуҙа батырҙарса һәләк була.
Радик Йөҙлөкбаев 1983 йылдың 7 июлендә Яңы Ҡыйышҡы ауылында тыуып үҫә. Ул да бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә. Яңы Ҡыйышҡы урта мәктәбен тамамлағандан һуң Өфә ҡалаһында финанс-иҡтисад колледжын тамамлай. Хәрби бурысын ул Чечен Республикаһында үтәп ҡайта. Мобилизацияның тәүге көндәренән үк махсус хәрби операцияға юллана. Радик 2025 йылдың 27 февралендә тыуған иле өсөн яуҙа һәләк була.
Был партала яҡташтарыбыҙҙың фотоһүрәттәре урынлашҡан, уларҙың биографияһы, тыуған иле алдындағы батырлыҡтары тураһында мәғлүмәт яҙылған.
Батырҙарыбыҙ тураһында белеү, уларҙы онотмау беҙҙең бурыс. Егеттәребеҙ үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәй тыуған илен һаҡлап ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Улар яҡты иҫтәлек булып мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәр.
“Герой партаһы” артында иң лайыҡлы уҡыусылар: уҡыу алдынғылары, олимпиада, конкурс еңеүселәре ултырасаҡ. Сарала беҙҙең батырҙарыбыҙ тураһында яҡындары, уҡытыусылары ла бик күп йылы, күңелгә үтеп инерлек һүҙҙәр әйтте. Егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәте, мәктәптә уҡыған йылдары, алға ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшә белеүҙәре тураһында һүҙ барҙы.
Беҙҙең яҡты тормошобоҙ, аяҙ күк йөҙөбөҙ өсөн үҙ йәнен йәлләмәгән геройҙарыбыҙҙы ысын ир-ететтәр итеп тәрбиәләгән ата-әсәләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Беҙҙең геройҙарыбыҙ ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ!
Кисәбеҙҙең икенсе өлөшөндә яугирҙәребеҙ Марсель һәм Радик иҫтәлегенә бағышлап волейбол буйынса турнир үткәрелде.
Зимфира Хөсәйенова.
Үтәгән ауылы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас