Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин уларға юғары награданы тапшырып, профессиональ оҫталаҡтары, эшкә тоғролоҡтары һәм республиканың һаулыҡ һаҡлау үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
“Бөгөн тапшырылған наградалар – республика халҡы ғүмере һәм һаулығы һағында тороусы аҡ халатлыларҙың көндәлек ҡаһарман хеҙмәте өсөн сикһеҙ рәхмәт сағылышы”, тип билдәләне ул.
Эйе, оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә намыҫлы эшләгән, ауырыуҙар тиҙерәк һауыҡһын өсөн бар көстәрен һалып тырышҡан ауыл фельдшерҙарының хеҙмәте был баһаға лайыҡ. Уларҙың тиҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүе күптәрҙең һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.
Ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-ҡеүәт, бәхетле тормош, артабанғы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.