

Бөгөн, 13 майҙа, Өфөлә II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезға йыйылды.
Йыйында ҡатнашыусылар төшкә тиклем тематик майҙансыҡтарҙа эшләне. Улар төрлө урындарҙа – 202-се полилингваль балалар баҡсаһында, 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө вуз-ара кампусында, Ә.-З. Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһында, БР Милли музейында, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ойошторолдо. Был майҙансыҡтарҙа башҡорт телен заман талаптарына ярашлы уҡытыу, уны балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә өйрәнеү, йәш быуында илһөйәрлек һәм тыуған еребеҙгә һөйөү тәрбиәләү һәм башҡа көнүҙәк темаларға һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар уҙҙы.
1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһындағы майҙансыҡ “Аҫылташ” тип аталды. Ул ике телдә һәм күп телдәрҙә белем биреү мәсьәләләренә арналды.
Майҙансыҡтың эшен БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Филология белеме һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институты директоры Хәлидә Ғәлимова һәм Сибай ҡалаһындағы Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы директоры Дилә Фәтҡуллина асып, съезд делегаттарына уңыштар теләне. Шулай уҡ Дәүләт дөйөм белем биреү сәйәсәте һәм мәктәпкәсә белем биреүҙе үҫтереү департаменты директоры урынбаҫары Сергей Васин йыйында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп: “Был съезд башҡорт телен өйрәнеүҙе һәм уҡытыуҙы тағы ла юғарыраҡ баҫҡыстарға күтәрһен”, – тигән теләген еткерҙе.
Сарала Удмурт, Хакас республикаларында туған телдәрҙе уҡытыу буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар. Мәҫәлән, Удмурт Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дөйөм һәм мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы урынбаҫары Александра Игнатьева үҙ сығышында профилле этнопедагогия кластары булдырыу, мәктәп театрҙары һәм музейҙары эшмәкәрлеге нигеҙендә телгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү тураһында һөйләне.
– Беҙҙең республикала туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса маҡсатлы эштәр башҡарыла. Мәғариф өлкәһенә килгәндә, иң тәү сиратта, тел уҡытыу өсөн шарттар булдырыу эшенә иғтибарҙы арттырҙыҡ, ошоға ярашлы туған тел кабинеттарын капиталь ремонтлау эшен башланыҡ. Былтыр, мәҫәлән, биш муниципалитеттағы 10 уҡыу бүлмәһе өр-яңы төҫ алды, – тип һөйләне Александра Сергеевна.
Ул шулай уҡ мәктәп театрҙарының телгә һөйөү тәрбиәләүҙәге роленә баҫым яһаны. Мәҫәлән, бөгөн Удмурт Республикаһы мәктәптәрендә 526 театр эшләп килә. Улар балаларҙа туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, аралашыу даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итә.
Ғалимәләр, фән докторҙары Лена Сөләймәнова, Динара Хисамова, Рәйсә Дәүләтбаеваның сығыштарында ла фәһемле фекерҙәр, тәҡдимдәр яңғыраны.
ФЕКЕР
Әлфиә Ғайфуллина, Олокүл урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
- II Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезының икенсе көнө. Ҙур рәхмәтемде белдергем килә!
Съездан бай тәьҫораттарға байып, үҙебеҙҙең башҡорт теле уҡытыусылары, рухташтар, милләттәштәр менән аралашып, алдынғы эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып, артабан йәшәргә, ижади эшләргә дәртләнеп ҡайттыҡ!
Ойоштороу юғары кимәлдә булды!