Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
12 Май 2025, 12:07

Айыу кешеләрҙе ҡая башына “ҡыуып” мендергән

Ҡысҡырып ҡарайҙар, тик айыу ҡурҡмай. Аптырағас, алты кеше... 

Айыу кешеләрҙе ҡая башына “ҡыуып” мендергәнАйыу кешеләрҙе ҡая башына “ҡыуып” мендергән
Айыу кешеләрҙе ҡая башына “ҡыуып” мендергән

10 майҙа көндөҙ Белоретта 20 кешенән торған туристар төркөмө, шул иҫәптән 9 йәшлек ике бала Кесе Кирәл (Малиновая) тауына күтәрелә. Кешеләр күрше өлкәнең Магнитогорск ҡалаһынан килгән була.

Көтмәгәндә урман араһынан айыу килеп сыға һәм туристар артынан килә башлай. Кешеләр януарҙы ҡыуып ебәрер өсөн ҡысҡырып ҡарай, тик айыу быны бар тип тә белмәй.

Ҡурҡҡан туристар тиҙ генә ҡаяға күтәрелә, әммә унан төшөү хәүефле була. Шуға ҡарамаҫтан, алты кеше үҙаллы төшә һәм машиналарға барып етә. Ҡалғандарға ярҙамға ҡотҡарыусылар килә, улар төркөмдө квадроциклда хәүефһеҙ урынға тиклем оҙата.

Мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәренә еткерелгән.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

- урманда йөрөгәндә тауыш сығарып йөрөгөҙ, хайуандар ишетер һәм яҡынлашмаҫ;

- бер ниндәй шартта ла айыуҙан ҡасырға ярамай;

- артығыҙ менән боролорға, киҫкен хәрәкәттәр яһарға ярамай. Яйлап китергә кәрәк;

- әгәр айыу агрессия күрһәтә һәм һөжүм итергә теләй икән, ныҡ итеп ҡысҡырығыҙ, ҡулдарҙы өҫкә күтәреп болғағыҙ, берәй предмет булһа, яҡшыраҡ. Күрер күҙгә ҙурыраҡ булып күренергә тырышығыҙ;

- идеаль вариант – үҙеңдең алдыңа баллондан теләһә ниндәй аэрозоль матдәһен һиптереү.

Фото: Телеграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас