Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
11 Май 2025, 05:30

Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ял көндәре бешеренәбеҙме?

Ҡуҙғалаҡ бәлешеҠуҙғалаҡ бәлеше
Ҡуҙғалаҡ бәлеше

Ҡамыр өсөн 200 г маргарин, 0,5 стакан әсегән һөт, йомортҡа, ярты ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, тоҙ , 3 стакан он кәрәк.

Бөтә ингредиенттарҙы ла һалып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Һуңынан 20 минутҡа ял итергә ҡуйырға. Шул арала эслек әҙерләнә.

Йыуып һарҡытылған ҡуҙғалаҡты турарға, шәкәр, ҡаймаҡ ҡушып бутарға.

Ҡабырҙы йәйергә. Уның өҫтөнә эслек аҡмаһын өсөн әҙ генә манный ярмаһы һибергә. Ҡуҙғалыҡты һалырға һәм бәлештең өҫлөгөн эшләп, 180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған мейескә 20-25 минутҡа бешерергә ҡуйырға.

Эслеккә алма һалырға ла мөмкин.

 

 

Фото: kasheloff.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-05-10/u-ala-b-leshe-4229372
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас