Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
11 Май 2025, 05:35

Тубыҡтар ауыртып йонсотһа

Тубыҡтарғыҙ ауыртып яфалаһа, түбәндәге халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән ысулдарҙы ҡулланып ҡарағыҙ, фйаҙаһы тейер.

Тубыҡтар ауыртып йонсотһаТубыҡтар ауыртып йонсотһа
Тубыҡтар ауыртып йонсотһа

 * Керән япрағын ҡайнар һыуға манып алып, 2 – 3 сәғәткә тубыҡҡҡа ябырға.  Ул тоҙҙо һура  һәм ауыртыу баҫыла.   Дауаланыу курсы – ете көн.

 * Быуындар йәрәхәтләнгән булһа, төнгөлөккә кер һабыны иретмәһенән япма әҙерләргә мөмкин.  Бер үк күләмдә кәрәсин менән денатурат алып,  шуға 3 – 4 әсе борос киҫәге һалырға әһм банканы яҡшы итеп ябып,  ҡараңғы урынға бер айға төнәтергә ҡуйырға. Әҙер булғас иртәнсәк, төнгөлөккә һәм ҡайһы берҙә көндөҙ ҙә бер тапҡыр быуындарҙы шуның менән яҡшы итеп ыуырға.  Һуңынан аяҡты йылы туҡыма менән уратып ҡуйырға. Дауалауҙы ауыртыу баҫылғансы дауам итергә. 

 *  Тубыҡтар ауыртҡанда 50 г камфара, 50 г гәрсис, 100 г сей йомортҡа ҡушып дарыу әҙерләргә була.  Тәүҙә камфараны спиртта иретергә, шунан гәрсис ҡушырға.  Йомортҡаның ағын айырым туҡып, болғата -болғата өҫтәргә.   Ошо ҡатнашма менән йоҡлар алдынан быуындарҙы ыуырға. 

  * Тағы бер дауалау ысулы. Бының өсөн өсөн иртә яҙҙан 130 бәпембә сәскәһен йыйып, өҫтөнә бер шешә тройной одеколон ҡойорға һәм яҡшы итеп ябып, ҡараңғы урында 40 көн төнәтергә.  Әҙер булғас шуның менән ауыртҡан урындарҙы ыуырға.   Файҙаһы тейә.

   * Салонан да компресс эшләп, уны төнгөлөккә ауыртҡан урынға ябып, нығытып бәйләп ҡуйырға. Ул тире күҙәнәктәре аша тоҙҙо үҙенә һура. Биш көндән һуң ауыртыу баҫылыр.

   * Картуф сәскә атҡан ваҡытта ҡоро көндә сәскәләрен йыйып алып, күләгәлә киптерергә. Бер ҡалаҡ ошо сәскәгә 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, өс сәғәт термоста тоторға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда ярты стакан эсергә. Дауаланыуҙы 21 көн дауам итергә.
Шулай уҡ картуфтың ҡоро сәскәһен шешегә һалып, өҫтөнә тройной одеколон ҡойорға  һәм  2 – 3 аҙна ҡараңғы урында төнәтергә.   Артрит, остеохондроз, радикулит яфалағанда төнәтмәне ауыртҡан урынға һөртөргә мөмкин.  Тубыҡтар ауыртҡанда яҡшы ярҙам итә.

  * Ауыртыу көсәйгәндә 12 ҡалаҡ аммиак, 3 ҡалаҡ араҡы, бер балғаплаҡ бал һәм арпа ононан япма әҙерләргә мөмкин. Дөрөҫөрәге, шуларҙы ҡушып ҡамыр баҫып йәйеп ауыртҡан урынға ябырға һәм йылы туҡыма менән уратып ҡуйырға.

   * Тубыҡтар ныҡ ауыртҡанда ике сей йомортҡа һәм ике ҡалаҡ 9 процентлы һеркә алып, яҡшы итеп туҡырға. Туҡыманы ошо ҡатнамшамға манып алып, ауыртҡан урынға ябырға һәм өҫтөнән ҡыҙыл йөн туҡыма менән уратып ҡуйырға. Был процедураны 10 – 12 тапҡыр ҡабатлағандан һуң, ауыртыуҙың нимә икәнен дә оноторһоғоҙ.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас