Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
11 Май 2025, 17:40

Телевизор... 480 һумға...

... Тик уны алыр өсөн бер нисә тапҡыр судлашырға тура килә.     

Телевизор... 480 һумға...Телевизор... 480 һумға...
Телевизор... 480 һумға...

Өфөлә йәшәүсе бер ир магазиндан 480 һумға телевизор ала! Тик бының өсөн уға Рәсәйҙең Юғары судына барып етергә тура килә. “Честный репортаж” телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, ике йыл элек ир маркетплейста акция күреп ҡала – LG телевизоры 480 һум торған, әммә был формаль рәүештә генә. Рекламаға ышанып, ул аҡса түләй, ләкин уға тауарҙы алып килмәйҙәр, ә аҡсаны кире ҡайтарырға тәҡдим итәләр. Акция тамамланған һәм телевизорҙар бөттө тиҙәр. Өфөлө бындай дәлилдәр менән ризалашмай һәм дәғүә менән судҡа мөрәжәғәт итә.

Фемида ир яғында тора һәм тауарҙы законлы хужаһына бирергә ҡарар итә. Магазин был ҡарарға апелляция инстанцияһына ялыу бирә. Унда, үҙ сиратында, магазиндың дөрөҫлөгөн таныйҙар. Был фекер менән кассация судында ла ризалашалар. Әммә ир туҡтап ҡалмай һәм өҫкәрәк китә. Һөҙөмтәлә Рәсәй Юғары суды дәғүәсегә телевизорҙы бирергә кәрәк тип ҡарар итә һәм эште Башҡортостандың юғары судына кире ҡайтара. Унда ирҙең дәғүәһен тулыһынса ҡәнәғәтләндерәләр. Шулай итеп, уға 480 һумға һатып алынған телевизорҙы бирергә бурыслы, был баҙар хаҡынан 100 тапҡырға түбәнерәк.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас