Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
11 Май 2025, 17:45

60 йыл элек юғалған ҡатын тере килеш табылған

Ике бала әсәһе 1962 йылдың 7 июлендә өйөнән сығып китә, юғалған ваҡытта уға 20 йәш була.    

60 йыл элек юғалған ҡатын тере килеш табылған60 йыл элек юғалған ҡатын тере килеш табылған
60 йыл элек юғалған ҡатын тере килеш табылған

Донъяла көн һайын меңәрләгән кеше хәбәрһеҙ юғала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе бер ҡасан да кире әйләнеп ҡайтмай. Юғалғандан һуң йыллап ваҡыт үтһә, уны табыу мөмкинлеге юҡҡа сыға тиерлек. Шуға күрә ошо көндәрҙә АҠШ-та булған хәл ғәжәпләндерҙе. Унда Васконсин штатында 60 йыл элек юғалған ҡатын тере һәм һау килеш табылған.

Ридсбург ҡалаһында йәшәгән Одри Бакбергтың юғалыуы тураһында эштең асылыуы тураһында Сок округы шерифы хәбәр итә. Ике бала әсәһе 1962 йылдың 7 июлендә өйөнән китә, юғалған ваҡытта уға 20 йәш була.

РИА-Новости порталы хәбәр итеүенсә, Одри Бакберг тере һәм сәләмәт һәм әлеге ваҡытта штаттан ситтә йәшәй. Артабанғы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ҡатындың юғалыуы енәйәт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә түгел, ә уның үҙ теләге менән булған.

Билдәләнеүенсә, ҡатынды асылмаған эштәрҙе тикшереү һәм ҡабаттан өйрәнеү барышында эҙләй башлайҙар. Полиция ҡатынды уның һеңлеһенең урындағы сайттағы аккаунты аша тапҡан.

Уның өйөнән ҡасыуында ҡаты бәғерле ире роль уйнағандыр, тип хәбәр ителә. Әле был ҡатын бәхетле һәм үҙ ҡылығы өсөн үкенмәй.

Автор фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Ч
 
 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас