

Эштәге ҡатындың ҡайныһы мәрхүм булды. Шунда уның менән бергә эшләгән оло ғына ҡатын бәхилләшергә килгән.
Ул 90-сы йылдарҙа үҙе менән булған хәлде һөйләгән. Артабан уның һүҙҙәре менән яҙам:
"Ул ваҡытта илдә перестройка бара ине, ауыр ваҡыттар, эш хаҡы түләмәнеләр. Шул йылдарҙа улым үлде. Ерләргә бурысҡа аҡса алдыҡ. Моргтан ғына күмергә алып киттек. Шунда хушлашыу ҙа үтте.
Табутты микроавтобусҡа индереп ҡуйҙылар. Мин һәм башҡа туғандарым шунда инеп ултырҙыҡ. Зыяратҡа 40 минутлап бараһы бар ине.
Кинәт мин улымдың яныма ултырғанын һиҙҙем. Ул яурыныма башын һалды ла, иҫән сағындағы кеүек бышылдап ҡына: "Әсәй, мин аяҡтарымды ҡуҙғата алмайым", - тине.
Мине паника баҫты. Табутты асырға ҡуштым. Туғандар мине тынысландырырға тырышты. Ләкин мин үҙ һүҙемдә торҙом. Улым аяҡтарын ҡуҙғата алмайым, ти, тимен.
Табутты асҡас, ҡулдарым менән аяҡтарын тоттом. Һәм ҡулым бауға тейеп китте. Уның аяҡтарын сисергә онотҡандар бит. Мин уны сисеп, бауҙы кеҫәмә һалып ҡуйҙым.
Ә уны ерләгән көндө улым төшөмә инеп: "Әсәй, һинән башҡа бер кем дә минең өсөн шулай борсолманы, рәхмәт һиңә, хәҙер инде мин аяҡтарыма баҫып китә алам", - тине".
Әсә күңеле ғүмер буйы балала, әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек. Бик хикмәтле хикәйәт.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-207197381_130214
Автор фотоһы.