Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
9 Май 2025, 11:08

Бөйөк Еңеү көнө менән!

Хөрмәтле ҡырмыҫҡалылар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары!Хөрмәтле ҡырмыҫҡалылар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары!  


Һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы менән ихлас ҡотлайым.
Еңеү көнө һәр беребеҙ өсөн иң ҡәҙерле һәм хөрмәтле байрам булып ҡала. Еңеү көнөн ҡаршы алғанда, беҙ үҙ ғүмеребеҙ менән бурыслы кешеләргә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Һәр беребеҙ фашист илбаҫарҙары менән көрәшкән геройҙарға, тылда Еңеү яулаусыларға, һуғыштан һуңғы осорҙа хужалыҡты тергеҙеүселәргә баш эйәбеҙ. Ата-бабаларыбыҙға булған һөйөүебеҙ һәм хөрмәтебеҙ уларҙың батырлығын һаҡларға саҡыра. Был яҡты байрам һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм фиҙаҡәр тыл хеҙмәтсәндәре тураһында хәтер бөтә кешеләрҙе изгелек һәм кешелек идеалдары өсөн көрәштә берләштерһен.
Ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар һәм күк йөҙө теләйем. 1945 йылдың майында халҡыбыҙҙың Еңеүе менән һалынған нигеҙ - Рәсәй хаҡына яңы ҡаҙаныштар булырына ышанабыҙ,
Байрам менән! Еңеү көнө менән!
Әлфир САБИРОВ,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас