Марсель Марат улы 1983 йылдың 9 октябрендә Үтәгән ауылында тыуа. Ауылда кәрәкле барлыҡ эштәрҙе бәләкәйҙән белеп, аҡыллы, тырыш, эш һөйөүсән һәм яуаплы булып үҫә. Еңел атлетика, көрәш менән шөғөлләнгән, ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындар алған егет урындағы мәктәпте тамамлағас, 1999-2002-се йылдарҙа Стәрлетамаҡ физкультура техникумында белем ала. Уны тамамлап бөтөүгә армия сафына саҡырыла. Пермь өлкәһендә эске эштәр ғәскәрҙәрендә сержант званиеһында хеҙмәт иткәндән һуң ул юл хәүефһеҙлеге инспекторы булып эшләй. Күпмелер ваҡыттан Себер тарафтарына юллана. Шулай Марсель күберәген ситтә эшләй, командировкаларҙа була. Ә өйҙә яратҡан ҡатыны Регина, ҡыҙы Камилла менән улы Морат көтә. Оҙаҡ йылдар ғаиләһен һирәк күреп, һағынып йәшәгән ир 2022 йылда ғәзиздәре янында төпләнеп йәшәргә ҡарар итә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур пландар ҡороп, күп матур маҡсаттар менән яҡындарының һөйөүенә, хәстәренә төрөнөп, ул ике ай ғына йәшәп өлгөрә. Илебеҙгә килгән ауыр һынау уны һөйгәненән, балаларынан, яҡындарынан һәм бөтә хыялдарынан айыра: ул шул уҡ йылдың сентябрендә махсус хәрби операция башланғас, мобилизация менән махсус хәрби операцияға китә. Ҡазанда әҙерлек үткәндән һуң отделение командиры вазифаһында Луганск республикаһында хеҙмәт итә. 2023 йылдың февралендә беренсе тапҡыр яралана. "Донбассты азат иткән өсөн", "428-се мотоуҡсылар полкы", "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы", "Батырлыҡ өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә. 2024 йылдың февралендә Марселде Донецк республикаһына взвод командирының урынбаҫары итеп күсерәләр. Бында ул икенсе тапҡыр яралана. Ошо уҡ йылдың июлендә хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Тик яугир быйыл ғына апрель айында тыуған ауылында ерләнә, сөнки ул "Хәбәрһеҙ юғалғандар" исемлегендә була.
Регина Марселдең туғаны Илмир менән Ростов ҡалаһына, һуңынан Мәскәүгә бара. Һигеҙ ай үҙ-үҙенә урын тапмаған яҡындары менән бергә бөтә ауыл халҡы һалдаттың тере булыуын, табылыуын өмөтләнеп көтә. Тик аяуһыҙ яҙмыштың үҙ ҡанундары... Яу яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул, үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Ауылдаштарының хәтерендә Марсель һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, изге күңелле, йор һүҙле, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы булып ҡаласаҡ.

Яугирҙең ҡатыны Регина Яңы Ҡыйышҡы ауыл советы волонтерҙары штабының етәксеһе. Иптәше МХО-ға юлланғас та, яугирҙәргә гуманитар йөк туплау менән шөғөлләнә, үҙе лә күп тапкырҙар фронтҡа кәрәкле ҡорамалдар, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, һыу, маскировка селтәрҙәре алып бара. Әлегә тиклем ул МХО- ла булғандарҙың ғаиләләренә, бигерәк тә ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итә. Шулай уҡ юғалған яугирҙәрҙе эҙләүҙе нимәнән башларға һәм МХО-ға яңы китеүселәргә кәңәштәр бирә. Ә быларҙың барыһын да ул МХО биләмәһендә хәрби хәрәкәттең уртаһында күп тапҡырҙар булған кеше булараҡ үҙ тәжрибәһенә таянып эшләй. Яңыраҡ Регина Марсель уҡыған физкультура техникумында булып, студенттар менән осрашыуҙа ҡатнашты, унда МХО-ла һәләк булыусыларға арналған стенд булдырылған, унда Марселгә арналған мөйөш тә бар. Әлеге мәлдә Марселдең теләген тормошҡа ашырыу маҡсатында Регина мәсеткә һыу үткәреү мәсьәләһе менән шөғөлләнә.
Яугирҙең ҡыҙы Камилла быйыл М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының колледжын тамамлаясаҡ, йәл, ҡыҙының диплом алып һөйөнөүен атаһы ғына күрмәйәсәк. Ә улы Моратҡа 12 йәш, ул 6-сы класта уҡый. Атаһы һымаҡ, көрәш менән шөғөлләнә, күп тапҡыр призлы урындар яулай. Яңыраҡ Красноусол ҡасабаһында үткән ярышта икенсе урынды алып ҡайтҡан. Марселдең улының уңыштарына ла ғорурлана, ҡыуана алмауы бик ҡыҙғаныс, әлбиттә.
Марсель үҙе лә бик матур ғаиләнән: атаһы Марат Рәил улы

"Башнефтегеофизика" ойошмаһында, әсәһе Нәзифә Хәтмулла ҡыҙы ауыл магазинында һатыусы булып оҙаҡ йылдар дауамында намыҫлы хеҙмәттәре менән ауылдаштарының ихтирамынн яулаған хөрмәтле кешеләр.