Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Май 2025, 09:43

Ут һәм ҡан аша үткән юл

Һуғыш... Шул ваҡыттағы көндәрҙе күҙ алдыма килтерһәм, ундағы тауыштар һис тынмаҫ төҫлө: моторҙар геүләүе, ҡара төтөн аҫтында гөрләп янған ауыл-ҡалалар, ҡан ҡойошто күрергә тейеш булмаған кескәй балаларҙың ҡурҡып илауҙары...

Ут һәм ҡан аша үткән юлУт һәм ҡан аша үткән юл
Ут һәм ҡан аша үткән юл

Бөйөк Ватан һуғышы - был бер генә халыҡтың түгел, ә бөтә донъяның ҡыҙыу яраһы. Ил өҫтөнә килгән был аяуһыҙ һуғыш ҡарт ҡартатайымдың да тыныс тормошон урлап алған.
1939 йыл... Етеҙ, йәше еткән Мөкәй ауылы егеттәрен, шул иҫәптән минең ҡартатайым - Миңнулла Хәмитовты ла армияға алып китәләр. Эстония, Литва, һуңынан Белоруссия... Ул һуғыштың беренсе көнөнән алып дошмандар менән көрәшеп, Көнсығыш Пруссияға тиклем барып еткән һәм еңеүҙе Кенигсбергта ҡаршы алған.
1944 йылдың 11 октябре... Һәр минут ғүмер менән иҫәпләшкән ваҡыттар. Өлкән сержант ҡарт ҡартатайым, орудие командиры булараҡ, дошмандың өс утлы нөктәһен, ике танк һәм бер ҡул пулемётын юҡ итә. Шул арҡала пехотабыҙға ҡаршы яҡҡа үтеп, йылғаны кисеп сығырға мөмкинселек була. Иртәгәһенә дошман яңы орудие ултырта һәм ҡырҡлап һалдаттарын ҡаршы ҡуйып әҙерләй. Ҡарт ҡартатайым быны күреп, тиҙ арала команда биреп, немецтарға ҡаршы ут аса. Дошмандың тимер аждаһаһы юҡҡа сыға, һалдаттары ер менән тигеҙләнә.
Ҡартатайым "Яу яланында үлерменме, әллә иҫән ҡалырмынмы?" - тигән һорауға яуап та, ваҡыт та юҡ, кирегә ҡарай юл да юҡ... - тип атайыма һөйләй торған булған. Ҡартатайым һуғышта яралана һәм контузиялана. Шуның һөҙөмтәһендә, уның ғүмеренең аҙағына тиклем ҡолаҡтары ишетмәгән.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн өс тапҡыр "Батырлыҡ өсөн" миҙалы һәм ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Миңә ҡартатайымды күреү бәхете теймәне. Минең өсөн ул - фотоһүрәттәге йылы ҡараш ташлап торған тауышһыҙ герой. Фотоһүрәттәрҙең береһендә ҡартатайымдың ҡараштары - ҡая ташындағы ҡар кеүек һалҡын һәм тыныс. Уларҙың эсендә бөтәһе лә бар: ҡурҡыу, ғазап, мөхәббәт... Ә иң мөһиме - уларҙа һаман да яңы ғүмергә өмөт бар. Икенсе рәсемдә уның күҙҙәре башҡаса - улар асыҡ күк аҫтындағы ике күл кеүек йылы һәм тыныс. Унда ҡартлыҡ түгел, егетлек ҡалған - емерелгән ғүмерҙең иң сағыу һәм ҡабатланмаҫ мәлдәре...
Әгәр уның менән осрашҡан булһам, ҡосаҡлап: "Ҡурҡманыңмы? Ни өсөн һуғыштың?" - тип һорар инем. Ә ул ике генә һүҙ менән яуаплар ине: "Һеҙҙең өсөн!". Улар тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө булһын өсөн ҡурҡыуҙарын еңеп, йәнен-тәнен аямайынса тыуған ер, ил өсөн алышты.
Был ҡәһәрле йылдар ҡарт ҡартатайымды ҡулдан килгәнсә көрәшергә өйрәткән. Һуғыштан һуң да ул тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән, һынмаған: колхозға эшкә урынлашҡан, үҙ ҡулдары менән йорт һалған, Ҡарлыман ауылы ҡыҙы - Фәүзиә нәнәйем менән алты балаға ғүмер бүләк иткәндәр, һәр ауырыуҙы, аслыҡ-яланғаслыҡты бергә йырып сыҡҡандар. Уларҙың шул ваҡыттағы тырышлығы - беҙҙең бөгөнгө көндәребеҙҙең нигеҙе булып тора.
Бөгөн, ваҡыт үтеп, һуғыштарҙың исеме генә үҙгәрә. Әбей-бабайҙарҙың "Илебеҙ тыныс булһын!" тип һәр саҡ теләүҙәрен әле генә аңлай башланым шикелле. Бер ғәйепһеҙ ағайҙар, бабайҙар башын һала, күпме бала атайһыҙ ҡала... Ни өсөн беҙ тарихтан дәрес алырға онотабыҙ? Әгәр бер-беребеҙгә оло хөрмәт менән ҡарап, бар нимәне тәрән аң менән эш итһәк... Әгәр һәр кем үҙ-үҙенән: "Мин ниндәй эҙ ҡалдырам?"- тип һораһа... Ул саҡта ҡартатайҙарыбыҙҙың батырлыҡтары бушҡа булмаҫ.
Минең Миңнулла ҡартатайым кеүек кешеләр булмаһа, ошо көнгә тиклем күгебеҙ тыныс тормаҫ ине. Шуға күрә мин уны иҫкә алған һайын тын ғына: "Һин һаман да йәшәйһең беҙҙең күңелдәрҙә!" - тип ғорурланып әйтеп ҡуям.
Сулпан ХӘМИТОВА,
Мөкәй мәктәбенең 5-се клас уҡыусыһы (етәксеһе – Гүзәл Сыңғыҙова).

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас