Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Май 2025, 16:53

Синоптиктар Еңеү көнөндә ямғыр прогнозлай

Ҡырмыҫҡалы районында байрам көндәренә һауа торошо прогнозы    

Синоптиктар Еңеү көнөндә ямғыр прогнозлайСиноптиктар Еңеү көнөндә ямғыр прогнозлай
Синоптиктар Еңеү көнөндә ямғыр прогнозлай

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, киләһе көндәрҙә көндәр болотло була.

Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 7 майҙа кискә табан болотлай, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ +20...+23, төндә +12...+16 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан секундына 2-4 метр тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 8 майҙа, болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +18...+21, төндә +8...+14 градус күрһәтә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, еңелсә.

Еңеү көнөндә, 9 майҙа, аяҙлы-болотло була, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +20...+23, төндә +9...+14 градус тәшкил итә, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас