Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
7 Май 2025, 09:38

Ил тыныслығы өсөн көрәште

Заман нисек кенә үҙгәрмәһен, мәңгелек ҡиммәттәр шул көйө ҡала. Ғәлимйән Вәлитовҡа тормошта иң мөһиме үҙ көсөнә ышаныу, тырышлыҡ, әйләнә-тирәне тик яҡшы буяуҙарҙан ғына күрә белеү маҡсат булды. Шул тиклем ынтылып, финишҡа етергә тип йүгергән спортсы кеүек тырышһа ла, ғүмере өҙөлөп ҡуйҙы. Шулай ҙа ул минең өсөн һәр ваҡыт иҫән.

Ил тыныслығы өсөн көрәштеИл тыныслығы өсөн көрәште
Ил тыныслығы өсөн көрәште

Ғәлимйән Юлмөхәмәт улы 1926 йылда Ҡабаҡ ауыл советының Илсекәй ауылында тыуа. Һуғыш башланыу сәбәпле, 6 класс белем менән генә тороп ҡала. Атаһы Юлмөхәмәт Әхтәрйән улы хеҙмәт армияһына саҡырылып, Стәрлетамаҡтағы 850-се “Авангард” заводында эшләһә, әсәһе Миңһылыу әбей “Сулпан” колхозында хеҙмәт итә. Улар икеһе лә «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Ғәлимйән дә үҫмер генә көйөнә “Сулпан” колхозында малсы булып эш башлай. Эшкә сымыры, тырыш булғанға, уны колхоз идараһы, партия һәм комсомол комитеттары иген табағына мөдир итеп ҡуя.
- Һәр килограмм, һәр бөртөк иген өсөн бөгөндән һин яуаплыһың, тигәс, өйгә ҡунырға ла ҡайтмай эшләй инем. Әсәйем ашарға килтерә торғайны, - тип иҫкә алыр ине Ғәлимйән ағайым.
1944 йылдың 4 февралендә ағайҙы һуғышҡа оҙаталар. Ун һигеҙе саҡ тулды бит тип әсәһе үкереп илап ҡала.
Өфөлә өс йөҙләп саҡырылған егеттәрҙе 4-се Украина фронтына Мелитополь ҡалаһына йүнәлтәләр. Башҡортостандан килгән егеттәр 284-се хөкүмәт элемтәһенең айырым батальонын тулыландыра. Ҡыҫҡа ғына курстарҙан һуң 1-се Белорус фронтының 69-сы армияһына ҡушалар. Бында 284-се батальон элемтәселәре Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы 314 се полкының 69-сы армияһы составында ҡаты һуғыш асып, Белоруссияны, Польшаны, Холм, Люблин, Радом, Лодзь, Познань һәм башҡа ҡалаларҙы дошман ҡоллоғонан азат итә.
1945 йылдың ғинуарында Сталиндың 222-се һанлы приказы менән уға “Хөкүмәт элемтәсеһе ғәскәрҙәренең 284-се радом батальоны һуғышсыһы” Грамотаһы бирелә.
- Бөйөк Ватан һуғышын беҙҙең батальон Берлинда тамамланы. Потсдам конференцияһында ил башлыҡтарын ышаныслы элемтә менән дә беҙҙең элемтәселәр тәьмин итте. 1945 йылдың декабрендә 284-се батальон һәм 314-се полк Төнъяҡ Кавказға ебәрелде. Беҙгә Адлер, Сочи, Туапсе, Краснодар ҡалаларына һәм Красная Полянаға тиклем элемтә һуҙырға тигән бойороҡ булды, - тип иҫкә ала торғайны.
Ете йыл хеҙмәт итеп, 1950 йылдың декабрендә генә демобилизациялана. Ғәлимйән ағайҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы хеҙмәттәре күп һанлы миҙал һәм ордендар менән билдәләнә. II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Берлинды алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн”, “Белоруссияны азат иткән” һәм барлығы ун биш миҙал һәм орденға лайыҡ була ул.
Тыныс тормошта башҡарған эштәре лә ҙур баһалауға лайыҡ. Стәрлетамаҡ төҙөлөш техникумында тейешле белем алғандан һуң, всу-ла төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры булып оҙаҡ йылдар эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт отличиеһы өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
Һоҡланғыс, туғандарға өлгө булырлыҡ тормошо көтә Вәлитовтар. Мәрйәм Ғәлимулла ҡыҙы менән өс балаға матур тәрбиә бирәләр һәм юғары белем алырға ярҙам итәләр. Биш ейән-ейәнсәрҙәренә изге күңелле һәм яғымлы олатай-өләсәй ҙә була улар.
Әсәйҙәре мәрхүм булғас, ҡыҙҙары Венера менән Мәҙинә атайҙарын бик яҡшы тәрбиәләнеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағайымдың мин Еңеүҙең 80 йыллығын оло байрам итеп үткәрәм тигән өмөтө генә тормошҡа ашмай ҡалды. Балаларын, барлыҡ туғандарын, бергә хеҙмәт иткән һәм эшләгән иптәштәрен илатып, мәңгелек донъяға күсте.
Тыныс йоҡла, ағайым, илең тыныс булһын өсөн көрәштең. Һеҙҙең кеүек кешеләр бәхете өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгәндәрҙе, беҙ, иҫәндәр онотмаясаҡбыҙ.
Роза Ғимранова.
Ҡырмыҫҡалы ауылы.

Ил тыныслығы өсөн көрәште
Ил тыныслығы өсөн көрәште
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас