

Башҡортостанға йылыраҡ көндәр килә, шулай ҙа төндәрен ҡырауҙар төшә әле, тип иҫкәртә синоптиктар. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 3 майҙа аяҙлы-болотло, урыны менән яуым-төшөмлө булыуы көтөлә. Ел көньяҡ, көньяҡ-көнбайыштан, көндөҙ көслө булып китә, секундына 15-20 метрға тиклем етә. Һауа температураһы төндә +4...+9 градус, көндөҙ +10...+15 градусҡаса йылыта. Төндә һәм таңда юлдарҙың айырым участкаларында томан төшөүе, көндөҙ күреү мөмкинлегенең насарайыуы (1-2 кмға тиклем) тураһында иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Башҡортостандың дәүләт комитеты.
4 май ҡояшлы көн күҙаллана. Һауа температураһы +18-гә тиклем күтәрелә. Ә 5 майҙа тағы йылыраҡ – көндөҙ +23 градус.
Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.