Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
3 Май 2025, 15:39

Ете йәшлек баланы тапатҡандар

Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.    

Ете йәшлек баланы тапатҡандарЕте йәшлек баланы тапатҡандар
Ете йәшлек баланы тапатҡандар

Өфөлә 2 майҙа сәғәт кискә табан ете йәшлек баланы тапатҡандар. Был турала Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итә.

Мәғлүмәттәр буйынса, киске һигеҙ тирәһендә "Киа Спортейж" Октябрь проспектындағы йорттар араһында хәрәкәт иткәндә баланы тапаған.

Һөҙөмтәлә малайҙы дауаханаға оҙатҡандар. Хәл-ваҡиға буйынса тикшереү башланған.

Хөрмәтле водителдәр! Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, иғтибарлы булығыҙ! 

Ата-әсәләр, ололар! Балаларығыҙға урамда уйнау ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ, уларҙы хәүефле урында яңғыҙ йөрөтмәгеҙ.

Автор:Аклима Гизатуллина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас