

Үтәгән ауылында тыуып үҫкән Камил Хөсәйенов Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнаша. 1947 йылда яу ҡырынан әйләнеп ҡайтҡас, “Урал” колхозында баҫыуҙар ҡарай. Артабан ул 25 йыл буйы, йәғни 70 йәшенә тиклем урман ҡарауылсыһы булып хеҙмәт итә.
Камил Заһиҙулла улы тыуған төйәгенең тәбиғәтен тергеҙеү, үҫтереү өсөн бик күп көс һала. Тәбиғәт байлыҡтарын арттырыуҙағы һәм һаҡлауҙағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул “Иң яҡшы урмансы” тигән Маҡтау ҡағыҙына һәм башҡа бик күп наградаларға эйә була. Тормош иптәше, тыл ветераны Закирә Рәхмәтулла ҡыҙы менән улар 10 балаға ғүмер, матур тәрбиә бирәләр һәм баҡый донъяға күскәнсе балаларының, күп һанлы ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, уларҙың һөйөүенә сорналып йәшәй.
Урман өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған, намыҫлы, талапсан кеше ине, тип хәтерләй Камил Хөсәйеновты оло йәштәге яҡташтары әле һаман да. Үҙе лә эшһөйәр булды, кешене лә эшләтә белде, тип тә өҫтәйҙәр. Уның башланғысы менән ултыртылған ағастар, үҙен хәтерләтеп, хәҙер урман булып шаулап үҫеп ултыра. “Урманды үҫтереүгә ҡарағанда, уны һаҡлаусыларҙы, ҡурсалаусыларҙы тәрбиәләү мөһимерәк”, − тип бушҡа ғына әйтеп ҡалдырмағандыр рус яҙыусыһы Л.Леонов. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм данлыҡлы урмансы Камил Хөсәйенов ысынлап та үҙенең урынына лайыҡлы алмашсылар тәрбиәләгән. Уның изге эшен бөгөнгө көнгәсә улы Рим Хөсәйенов дауам итә.
Бала саҡтан атаһы менән бергә урман-тауҙар гиҙгән Рим Хөсәйеновҡа тыуған төйәгенең һәр ағасы, һәр ташы таныш. Үтәгән мәктәбендә, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия-интернатында белем алған егет, күп уйлап тормайынса урман хужалығы техникумына уҡырға инә. Әрме хеҙмәтенән һуң уҡыуын тамамлаған йәш белгес райондың урман хужалығында яратҡан һөнәре буйынса эш башлай һәм һайлаған һөнәренә хыянат итмәйенсә, бына хәҙер 34 йыл инде урмандарҙы тергеҙеү эшен намыҫлы башҡара.
− Кесе йәштән урман эшен күреп, белеп үҫкәс, был эштең бар нескәлектәрен яҡшы беләм. Атайымдан күп нәмәгә өйрәндем. Тәбиғәт ҡосағында эшләү, уны һаҡлау, яҡлау, тирә-яҡты йәшелләндереү эштәрен башҡарыу эше бала саҡтан күңелемә яҡын булды, - тип нисек урмансы булып китеүен һөйләй Рим Камил улы.
Изге аманат шикелле быуындан-быуынға тапшырыла килгән урмансы һөнәрен һайлағанына һис тә үкенмәй ул. Был йылдар эсендә яҡташтары менән бергә бик күп ағастар ултыртыла. Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп урман хужалығы инженеры һөнәрен үҙләштерергә лә өлгөрә.
- Урманды яратмаһаң, уның яҙмышы өсөн ихлас борсолмаһаң, эшләп булмай. Бар булмышыңды ошо эшкә арнаһаң ғына һин ысын урмансы. Ярҙам кәрәк саҡта гелән ауылдаштарыма, яҡташтарыма мөрәжәғәт итергә тура килә. Һәр саҡ шатланып риза булған һәм оло ярҙам күрһәткәндәре өсөн уларҙың барыһына ла оло рәхмәтлемен, - ти бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына эйә булыусы, тәбиғәттең киләсәге өсөн борсолоусы тәжрибәле урмансы.
Әлбиттә, урман хеҙмәте бик үк еңелдән түгел. Уларға урманды ҡарауылларға ла, халыҡҡа ағас таратырға ла, документтар менән эш итергә лә өлгөрөргә кәрәк.
Рим Хөсәйеновтың ҡыҙы Гөлназ да мәктәпте тамамлағас, киләсәк тормошон урмансылыҡ менән бәйләргә ҡарар итә. Рим Камил улы үҙе бар булмышы менән тәбиғәтте яратҡан кеше булһа ла, ҡыҙының үҙ юлынан китеүен бик үк теләмәй, әммә даими рәүештә атаһы менән ағас ултыртыр¬ға, урманға йөрөгән ҡыҙы башҡа һөнәрҙе һайлауҙы уйына ла килтермәй. Атай-әсәй ҡыҙҙарын был уйынан кире ҡайтарырға, ҡыҙҙарға кәрәкле булған башҡа һөнәр һайларға күндерергә тырышып ҡарай, тик үҙ һүҙендә ныҡ торған ҡыҙ: “Ҡартатайым һәм атайым кеүек урмансы булам!”, - тигән ныҡлы ҡарарын белдерә.
Гөлназ әлеге көндә Өфө урман-техника техникумының 2-се курсында уҡый. Ул киләһе практиканы атаһы эргәһендә үтергә йыйына һәм уҡып бөтөп, бер аҙ тәжрибә туплағас та атаһына алмаш булмаҡсы.
- Ҡыҙҙар өсөн кәрәкле тип һаналмаһа ла, тик ошо һөнәрҙе һайларға ҡарар иттем. Гел генә атайым менән бергә урманға йөрөгәнгә, нәҡ ошо һөнәр күңелемә ятты. Киләсәктә ҡартатайым һәм атайым кеүек лайыҡлы тәбиғәт һаҡсыһы булырмын тип уйлайым. Урман – ул беҙҙең икенсе үпкәбеҙ, уға һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәк, зыян килтерергә ярамай, - ти тәүәккәл ҡыҙ.
Тәбиғәтте ысын күңелдән яратҡан кеше генә был шөғөлдө үҙ итә. Һөнәрҙән дә бигерәк, һәр бер кешене намыҫлы хеҙмәте биҙәй. Гөлназ да нәҫелдән килгән урмансылыҡ эшендә һынатмаҫына, атаһының уң ҡулы булырына ышанысыбыҙ ныҡ.
Үҙҙәрен тыуған еренең ысын хужаһы итеп тойған, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Камил Хөсәйеновтан башланған урмансылар династияһын киләсәктә Гөлназдың балалары ла дауам итер, тигән өмөт тә йәшәй күңелдә. Ошондай хәстәрлекле ҡулдар ҡурсыуында булған ғына урман үҫә, яҡлаулы була. Хөсәйеновтарҙың мәртәбәле хеҙмәтендә уңыштар юлдаш булһын! #МирТрудМай #Трудоваядоблесть
#ПрофсоюзыдляПобеды #120летПрофсоюзамРоссии
Розалия НАЗАРОВА.
Автор фотоһы.