Даирә
+23 °С
Облачно
Новости
1 Мая 2025, 04:26

Киләһе уңышҡа нигеҙ һалына

Район хужалыҡтары яҙғы бойҙай, арпа, рапс, көнбағыш сәсеүҙе дауам итә. “Артемида” тоҡомсолоҡ хужалығы, “Уңыш” ауыл хужалығы предприятиеһы, “Сурағолов”, “Уңыш”, “Гәрәев”, “Исламғолов” крәҫтиән-фермер һәм башҡа хужалыҡтар баҫыуҙарға техника сығарҙы.

Киләһе уңышҡа нигеҙ һалынаКиләһе уңышҡа нигеҙ һалына
Киләһе уңышҡа нигеҙ һалына

Ауыл хужалығы мәғлүмәттәре буйынса, хужалыҡтарҙа яҙғы культураларҙы сәсеү 9034 гектар майҙанда башҡарыла. Бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар 5638 гектар, майлы культуралар 3196 гектар майҙандарҙа сәселгән.
Ауыл хужалығы культураларын минераль ашламалар менән туҡландырыу, орлоҡтарҙы ағыулау һәм дым ҡаплатыу тамамланған. Шулай һауа торошо булышлыҡ иткән саҡта был эштәр 100 процентҡа үтәлгән.
“Нива” МТС-ының Ҡырмыҫҡалылағы бүлексәһенең эштәр барышы менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. Хужалыҡтың әйҙәүсе агрономы Рәүф Мортазин яҙғы баҫыу эштәре тураһында таныштырып үтте.
- Бүлексәлә көҙөн 600 гектар ужым бойҙайы сәселгән булһа, 650 гектар майҙанда ярауай бойҙай, 200 гектар ерҙә борсаҡ һәм 200 гектар ерҙә арпа сәселәсәк.
Орлоҡтарҙы келәт мөдире Венер Аҙнағолов етәкселегендә Зөлфир Хөснетдинов һәм Зыя Вәлитов таҙарттылар һәм ағыуланылар. Ҡеүәтле заманса техникалар механизаторҙар ҡулында. Мәҫәлән, Иван Федоров ужым бойҙайы сәселгән ерҙе тырматты, Вячеслав Лежнев менән Динар Хөсәйенов дым ҡаплатты, Фәүзи Нурғәлиев сәсеү алдынан культиваторҙа йөрөнө. Артабан Вячеслав Лежнев 200 гектар майҙанда ярауай бойҙай сәсте, был эш ямғырҙар туҡтау менән дауам ителәсәк, ә Зәбир Мөхәмәтдинов сәскәнде тығыҙлатты. Унан һуң сират арпаға һәм борсаҡҡа етәсәк. Константин Черемискин “Туман” агрегатында ужым бойҙайына шыйыҡ минераль ашламалар индерһә, Владимир Михайлов “КамАЗ” машинаһы менән ашламаны ташып торҙо. Мазһар Сурағолов иһә тракторындағы агрегат ярҙамында тейәп бушатһа, Зәбир Абдрафиҡов минераль ашламаларҙы һәм орлоҡто келәттән баҫыуҙарға ташый. Алдағы көндәрҙә ужым бойҙайына химик утауға төшөргә әҙерләнәбеҙ.
Яҙғы бер көн йылды туйҙыра тигәндәй, һәр сәғәттең ҡәҙерен белергә кәрәк. Шуға ла эш тәүлек әйләнәһенә, ике сменала алып барыла. Механизаторҙарҙы туҡландырыуға иғтибар бирелә. Игенселәрҙе тәмле аштары менән Әлфиә Мырҙаҡаева өс тапҡыр бешереп һыйлай, - тип һөйләне Рәүф Мәсхүт улы.
Хужалыҡтарҙа яҙғы баҫыу эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Ауыл эшсәндәре һауа торошо булышлыҡ иткәндә һәр аяҙ көндөң ҡәҙерен белеп, орлоҡтарҙы бураҙналарға ваҡытында һәм тиҙерәк һалып ҡалырға тырыша.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Киләһе уңышҡа нигеҙ һалына
Киләһе уңышҡа нигеҙ һалына
Автор:
Читайте нас