

Алдағы өс көндә Башҡортостанда йәшенле ямғыр яуыуы көтөлә. Был хаҡта Башгидромет хәбәр итә.
25 апрелдә төндә бер аҙ, көндөҙ оҙайлы ямғыр яуа. Урыны менән йәшен йәшнәйәсәк. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ +16, +21 градус йылы.
26 апрелдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, көндөҙ йәшен. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +18, +23°.
27 апрелдә төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр була. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10°, көндөҙ +18, +23°, төньяҡ буйынса +12, +17 градус йылы.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.