Даирә
+28 °С
Болотло
Новости
24 Апрель 2025, 06:53

Республика Башлығы - беҙҙең районда. Республика программаһына индерергә ҡушты.

БР Башлығы был көндө Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалының уҡыу корпусын, 100 кешегә иҫәпләнгән ятаҡты ҡараны һәм педагогик коллектив менән аралашты.

Республика Башлығы - беҙҙең районда. Республика программаһына индерергә ҡушты.Республика Башлығы - беҙҙең районда. Республика программаһына индерергә ҡушты.
Республика Башлығы - беҙҙең районда. Республика программаһына индерергә ҡушты.

Филиал мө­дире Нуриман Ульябаев уҡыу бинаһының – 1950, ә ятаҡтың 1972 йылда төҙөлөүе һәм уларға кисекмәҫтән капиталь ремонт та­лап ителеүе хаҡында Радий Фәрит улына еткерҙе. Уҡытыусылар иһә уҡыу йортона үҙ аллы учреждение статусын кире ҡайта­рыуҙы һораны. Радий Хәбиров Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡа­лылағы филиалын 2026 йылға урта һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттарын модерниза­циялау буйынса республика программаһы­на индерергә ҡушты һәм:

- Тракторҙарҙа эшләйәсәк, станок арты­на баҫасаҡ егеттәребеҙгә тейешле шарттар булдырмау ғәҙел түгел. Бында эре “Уңыш” йәмғиәте эшләй. Уның етәкселеген уҡыу йортона техника менән ярҙам итергә саҡы­рам, - тине.

Колледж уҡытыусыларының уҡыу йор­тона айырым статус кәрәклеге хаҡындағы үтенесен дә хупланы һәм Ҡырмыҫҡа­лы районының ауыл хужалығы буйынса уңышлы эшләгән ҙур төбәк булыуын бил­дәләне.

- Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында эшләйем. Республика буйлап эш сәфәре ваҡытында һәр ваҡыт колледждарҙы ҡарап сығырға тырышам. Улар йәштәргә кәрәк. Яҡшы хеҙмәт хаҡы булған эш табыу һәм карьера төҙөү өсөн шәп һөнәр алырға була бында. Һуңғы ике көн эсендә Малаяҙҙағы Дыуан күп профилле колледжы һәм Ҡыр­мыҫҡалылағы Ауырғазы күп профилле кол­леджы филиалдарында булдым. Уларҙың икеһенә лә ремонт талап ителә. Шуға күрә 2026 йылда икеһенең дә матди һәм уҡыу ба­заларын тәртипкә килтерергә ҡарар иттек, - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрендәге сә­хифәһендә Радий Хәбиров.

Автор:
Читайте нас