

Республика Башлығы - беҙҙең районда
Республика программаһына индерергә ҡушты
БР Башлығы был көндө Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалының уҡыу корпусын, 100 кешегә иҫәпләнгән ятаҡты ҡараны һәм педагогик коллектив менән аралашты. Филиал мөдире Нуриман Ульябаев уҡыу бинаһының – 1950, ә ятаҡтың 1972 йылда төҙөлөүе һәм уларға кисекмәҫтән капиталь ремонт талап ителеүе хаҡында Радий Фәрит улына еткерҙе. Уҡытыусылар иһә уҡыу йортона үҙ аллы учреждение статусын кире ҡайтарыуҙы һораны. Радий Хәбиров Ауырғазы күп профилле колледжының Ҡырмыҫҡалылағы филиалын 2026 йылға урта һөнәри белем биреүсе уҡыу йорттарын модернизациялау буйынса республика программаһына индерергә ҡушты һәм:
- Тракторҙарҙа эшләйәсәк, станок артына баҫасаҡ егеттәребеҙгә тейешле шарттар булдырмау ғәҙел түгел. Бында эре “Уңыш” йәмғиәте эшләй. Уның етәкселеген уҡыу йортона техника менән ярҙам итергә саҡырам, - тине.
Колледж уҡытыусыларының уҡыу йортона айырым статус кәрәклеге хаҡындағы үтенесен дә хупланы һәм Ҡырмыҫҡалы районының ауыл хужалығы буйынса уңышлы эшләгән ҙур төбәк булыуын билдәләне.
- Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында эшләйем. Республика буйлап эш сәфәре ваҡытында һәр ваҡыт колледждарҙы ҡарап сығырға тырышам. Улар йәштәргә кәрәк. Яҡшы хеҙмәт хаҡы булған эш табыу һәм карьера төҙөү өсөн шәп һөнәр алырға була бында. Һуңғы ике көн эсендә Малаяҙҙағы Дыуан күп профилле колледжы һәм Ҡырмыҫҡалылағы Ауырғазы күп профилле колледжы филиалдарында булдым. Уларҙың икеһенә лә ремонт талап ителә. Шуға күрә 2026 йылда икеһенең дә матди һәм уҡыу базаларын тәртипкә килтерергә ҡарар иттек, - тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә Радий Хәбиров.
Яугир ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров эш сәфәре ваҡытында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашыуға ла ваҡыт бүлде. Максим Багавеев, Алексей Михайлов, Айрат Ғилемшин, Тимур Фәйзуллин, Максим Князев, Андрей Трофимовтарҙың ата-әсәләре менән улар киләсәк тормош, мөмкинлектәр һәм ярҙам саралары хаҡында һөйләштеләр. Төбәк етәксеһе һәр береһенең ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға яугирҙәр хәрби бурыстарын үтәгән саҡта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң наградланған генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.
- Һеҙҙең балалар – Тыуған ил алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәгән ысын геройҙар. Беҙ барыбыҙ ҙа улар менән ғорурланабыҙ һәм һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ. Беҙҙең төп бурыс – Ватан өсөн ғүмерҙәрен биргән хәрбиҙәрҙе һәр ваҡыт иҫтә тотоу, уларҙың ғаиләләренә иғтибар бүлеү һәм хәстәрләү. Яугирҙәргә ярҙам итеү эше минең шәхси контролдә, -тине Радий Фәрит улы осрашыу ваҡытында.
Ата-әсәләр үҙ сиратында оло иғтибары өсөн уға рәхмәт әйттеләр.
-Бындай иғтибар һәм ярҙам беҙҙең өсөн бик мөһим. Һәр саҡ беҙҙең менән бәйләнештә булған, һәр бер проблемабыҙҙы хәл иткән район хакимиәтенә лә рәхмәтлебеҙ. Үҙебеҙ ҙә ситтә ҡалмайбыҙ, маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ, Тыуған илебеҙ һағында торғандарға ҡулыбыҙҙан килгәнсе ярҙам итергә тырышабыҙ, -тинеләр осрашыуҙа ҡатнашыусылар.
Радий Фәрит улы ирекмәнлек эштәре өсөн барыһына ла рәхмәт әйтеп, “Салауат Юлаев” хоккей клубының уйынын бергә ҡарарға саҡырҙы.
Балалар поликлиникаһына сәйәхәт ҡылды
Республика етәксеһе район дауаханаһы эргәһендә былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы асылған балалар поликлиникаһына сәйәхәт ҡылды. Яңы медицина учреждениеһы сменаһына 600 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Бында 10 меңдән ашыу бала тейешле медицина ярҙамы ала. Уларҙы участка педиатрҙары, балалар хирургы, стоматологтар, эндоскопист, офтальмолог, оториноларинголог, акушер-гинеколог, шулай уҡ функциональ диагностика табиптары ҡабул итә. Был дауалау учреждениеһы проектын тормошҡа ашырыу 680 млн һумға төшһә, шуның 240 млн һумына заманса медицина ҡорамалдары һатып алына. Эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға һәм заманса медицина ҡорамалдары алыуға ярҙам иткәне өсөн балалар поликлиникаһы табиптары Радий Фәрит улына рәхмәт әйтте. Үҙ сиратында республика етәксеһе йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса әүҙем эшләгән район хакимиәттәре башлыҡтарының урындағы медицина учреждениеларын профессиональ кадрҙар менән уңышлы тулыландырыуын, ошо юҫыҡтағы төрлө дәртләндереү сараларының һөҙөмтәле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Төҙөлөш барышы менән танышты
Радий Хәбиров районда төҙөлә башлаған республикабыҙҙағы иң эре элеватор төҙөү проектын бойомға ашырыу барышын ҡараны.
“Уңыш” ауыл хужалығы предприятиеһының селекция-орлоҡсолоҡ үҙәгендәге ҡоролмала 120 мең тонна ашлыҡ һаҡларға мөмкин буласаҡ. Агропредприятие етәксеһе Радик Рафиҡов бүленгән майҙансыҡта орлоҡто ҡабул итеү, таҙартыу, киптереү һәм һаҡлау пунктының нигеҙе һалыныуы, унда конструкцияларҙы һәм ҡороу эштәренең башланыуы хаҡында бәйән итте.
“Хәтер баҡсаһы” акцияһында ҡатнашты
“Экология именлеге” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы йыл да ағас ултыртыу буйынса өмәләр уҙа. Быйылғы “Хәтер баҡсаһы” акцияһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды.
-Башҡортостан Республикаһы халҡы йыл һайын “Хәтер баҡсаһы” акцияһында әүҙем ҡатнаша. Быйылғы йылда беҙ ике миллионлап ағас ултыртырға планлаштырабыҙ. Был акция Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 27 миллиондан ашыу совет граждандарын хөрмәтләп иҫкә алыу сараһы булараҡ ойошторолдо. Шуға ла Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә йыл һайын 27 миллион тирәһе ағас ултыртыла. Белеүегеҙсә, Ҡырмыҫҡалы урманлы район түгел, әммә район хакимиәте ярҙамы менән йыл да районда йәшелләндереү эштәре башҡарыла һәм урман фондын тулыландырыуға ҙур өлөш индерелә, -тине сарала ҡатнашыусы урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов үҙенең сығышында һәм батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алырға тәҡдим итте.
Ҡырмыҫҡалы ауылының Патриот паркы биләмәһендә был көндө 400 йүкә һәм 100 ҡарағай ағастарынан Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары иҫтәлегенә аллея һалынды.
– Ағас ултыртыу менән бәйле бар нәмә – яҡты эш. Был эш менән бер һүҙһеҙ шөғөлләнергә кәрәк. Уны тарихи ваҡиғаларға бәйләү менән акция айырыуса әһәмиәтлерәк була бара. Тыуған илде яҡлап һәләк булған һәм бөгөн дә уны яҡлауҙарын дауам иткән йәштәргә хөрмәт һәм ихтирам билдәһе ул. Урман фондын тулыландырыуҙы тәьмин итеү – шулай уҡ мөһим бурыс. Шуға күрә беҙ йыл һайын ҡырҡҡанға ҡарағанда 5-10 процентҡа күберәк ағас ултыртабыҙ. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалыла бынан бер нисә йыл элек нигеҙ һалынған тотош аллея ҡалҡып сыҡты, -тип билдәләне “Хәтер баҡсаһы” акцияһының әһәмиәтен Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмә барышында.