Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Апрель 2025, 07:15

“Хөсәйенов уҡыуҙары” һәләтлеләрҙе йыйҙы

Үтәгән мәктәбендә республика кимәлендә “Хөсәйенов уҡыуҙары” III район-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Ғайса Хөсәйеновтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған был сара районда өсөнсө тапҡыр үткәрелә.

“Хөсәйенов уҡыуҙары” һәләтлеләрҙе йыйҙы“Хөсәйенов уҡыуҙары” һәләтлеләрҙе йыйҙы
“Хөсәйенов уҡыуҙары” һәләтлеләрҙе йыйҙы

Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров, мәғариф бүлеге методисы Гүзәл Петрова, “Рувики” проектының әйҙәүсе мөхәррире Зөфәр Сәлихов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, был сараның тәрбиәүи сара булыуын, сөнки шәхестең милли әҙәбиәт аша тәрбиәләнеүен билдәләне, һәр кемгә уңыштар теләне.
Сығыш яһаусы Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Өфө, Ғафу¬ри һәм Баймаҡ райондары уҡыусылары Ғайса Хөсәйеновтың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан һәм таусири итеп һөйләнеләр.
Быйылғы конференция ла һәр ваҡыттағыса һөҙөмтәле һәм фәнни асыштарға бай булды. Талантлы уҡыусыларҙың ижади эштәре юғары баһаланды, еңеүселәр дипломдар, уҡытыусылар Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Был сараны юғары кимәлдә әҙерләүсе Шәрипҡол мәктәбе коллективына артабан да ижади уңыштар юлдаш булһын
Ынйы Сәлихова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас