

“Ап-аҡ йөҙлө, ҡара ҡаштары аҫтынан мөләйем йылмайған асыҡ йәшел күҙҙәр, һығылмалы бил һәм… һарғайып, йыйырсыҡ-һырҙар ҡаплаған йөҙ, һүнеп тоноҡланған күҙҙәр, таушалған кейем аҫтындағы ҡаҡса кәүҙә…”. Был ҡыҫҡаса портрет – бер үк кешенеке. Дөрөҫ, арала күпмелер йылдар ята, ләкин был осраҡта йыйырсыҡ-һырҙар – ғүмер оҙонлоғо эҙемтәһе түгел, ә кеше һаулығына емергес йоғонто яһарға һәләтле наркотик менән мауығыу һөҙөмтәһе.
Әсе яҙмышҡа килтергән сәбәптәр
“Һүнгән гөл”. Мөҙәрис Багаевтың ошо исемдәге яҙмаһын тыныс күңел менән ҡабул итеү мөмкин түгел. Аяныслы яҙмыш тетрәтә, хатта үҙ башыңдан кисергән кеүек булаһың. Ә бит бындай әсе яҙмышҡа төрлө сәбәптәр арҡаһында күптәр дусар була. Бәлки, аңһыҙлыҡтан, тәжрибә етмәүҙән, үҙ яҙмышыңа битарафлыҡтан килеп сығып, зыяратҡа ваҡытһыҙ ҡыуалаған йәшәү рәүеше. Зәйтүнгөлдөң был яҙмышҡа нисек юлыҡҡанын йөкмәтке менән тулыһынса таныш кеше һиҙемләй: байтаҡ хаталарға күҙ йома героиня.
Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ кеүек көсһөҙ заттар, мосолман традицияларына ярашлы бала табып, халыҡтың артабанғы йәшәйеше кеүек мәртәбәле традицияны дауам итергә, ғаилә усағын һаҡларға, балаларын тәрбиә ҡылырға бурыслы булһа, Зәйтүнгөл иһә, әлбиттә, атаһының йоғонтоһонда, тимер-томор кеүек ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенә ят мөхиткә ылыға. Ул ғына ла түгел, артабан был ынтылышын һөнәр итеп һайлап, ир-егеттәр генә йыйылған инженер-механика факультетына уҡырға инә. Ошо хәл киләсәккә юл ярыуҙа етди тайпылыш булып, героиняның артабанғы яҙмышына мисәт һуҡҡан да инде. Был – бер.
Икенсенән, Зәйтүнгөл ике ул таба, быныһы ла – ҡатындың киләсәктә ниндәй тормошта йәшәйәсәгенә күрер күҙгә салынып бармаған ишара, сөнки малайҙар егет булып етешкәс, килен алып ҡайта. Ә беҙҙең йәмғиәт ҡәйнә менән килендең уртаҡ телгә килеп йәшәүе кеүек миҫалдарҙы аҙ белә.
“Артабан уға ғашиҡ булып, эстән генә янып-көймәгән егет ҡалмағандыр, моғайын, тип яҙа автор. Ҡайһы бер ҡыйыуыраҡтар йөрәктәрен дә тәҡдим итеп ҡараны. Зәйтүнгөл, яғымлы ҡарашы менән йылмайып, йомшаҡ ҡына кире ҡаға барҙы”. Ғәмәлдә иһә ҡатын-ҡыҙҙың күпселеге үҙенә күҙ һалған егет менән дуҫлашып китә, уға кейәүгә сыға, балалар тәрбиәләй. Был – традицион күренеш. Яҙма героиняһы, күрәһең, “һауа торошон” үҙе билдәләй торған заттарҙан. Барыһын да шаҡ ҡатырып, ул беҙҙең донъя өсөн бөтөнләй сит кешегә, үҙе әйткәнсә, “үлеп ғашиҡ була”. Бәлки, бында ла тимер-томор йоғонтоһо, уның ер буйлап хәрәкәт иткәне түгел, ә һауала осоп, икһеҙ-сикһеҙ Йыһанды иңләгән самолетҡа идара итеүсе булыуы ҙур роль уйнағандыр?
Ҡыҫҡаһы, Зәйтүнгөлгә хис-тойғоһон тыйып тота алмаҫлыҡ, үҙенә тамам буйһондорған мөхәббәт килә. Эйе, мөхәббәт. Шағирҙар данлаған, яҙыусылар күккә сөйөп маҡтаған тойғо. Тик уның ниндәй ғазаптарға дусар иткәне генә иғтибарға алып еткерелмәй. Шул уҡ ваҡытта мөхәббәтте ауыҙлыҡлап та була бит, бындай миҫалдар аҙ түгел.
Атай кешелә ғәйеп бармы?
Ҡайһы бер, бәлки, автор ваҡ-төйәккә һанаған деталдәр яҙмала сағылыш тапмаһа ла, улар юлдар ышығында төҫмөрләнә. Героиняға үҙһүҙлелек хас, етмәһә, ул – ҡаршылыҡлы шәхес һәм алабарманлыҡ кеүек тойғо ла ят сифат түгел. Мосолман балаларына хас традиция булғанса, ул кейәүгә сығыр алдынан ата-әсәһенең фатихаһын да алып тормай, кейәүе Миһмандың тыуған йортонда бер нисә көн була ла Алыҫ Көнсығышҡа юллана. Ә өс йылдан йәйҙәрен ҡыҙған табалай эҫе Төркмәнстанға күсенәләр.
Үҙе лә ҡатын-ҡыҙ затынан булыуға ҡарамаҫтан, Зәйтүнгөл әсәһен ни бары бер тапҡыр (бәлки, был авторҙың ҡарашылыр) телгә ала: “Атай йөрәк сиренән йыл ярым элек донъя ҡуйған. Әсәй – түшәктә”. Үҙен ошо донъяға тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергән изге йәнгә ошондай мөнәсәбәткә әсәнең хәтере ҡалып, героиняның барлыҡ интегеүҙәренә лә сәбәп булманымы икән? Туғандары тураһында ла һүҙ ҡуҙғатмай Зәйтүнгөл, ғаиләлә берҙән-бер бала булдымы икән ни? Бәлки, уға хас тағы ла бер сифат – эгоизм шуның менән аңлатылалыр?
Ғаилә башлығы булараҡ, атай кеше, һис шикһеҙ, бәләкәйҙән тимер-томорға әүрәгән ҡыҙыҡайҙы, яйын табып, был ынтылыштан дүндерә алыр ине. Мәҫәлән: “Һин, ҡыҙым, ҡурсаҡ уйна, әхирәттәрең янында бул, һин бит ҡыҙ кеше” тиеберәк. Әммә ул спорт мотоциклы алып бирә. Шик юҡ, героиняны дөрөҫ юлға төшөрөп, уның артабан ҡатын-ҡыҙға хас мәғариф, һаулыҡ һаҡлау кеүек һөнәргә уҡытып булыры бәхәсһеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай тырышлыҡ һалыусы табылмаған.
Гәзит уҡыусыға Миһман тураһында уның хәрби осоусы булыуынан башҡа бер ни ҙә билдәле түгел. Хатта ҡайһы республикала йәшәүе лә. Шул уҡ ваҡытта ете ят тарафтарҙа, бөтөнләй таныш булмаған традицияларҙа тәрбиәләнеп, бер аҙ йәшәгәс, ҡайһы бер етешһеҙлектәрен дә асып һалған йәш ҡатынды Миһмандың үҙ халҡы вәкиле кеүек ҡабул итеүе шикле. Инглиз философы Эдисон Джозефтың, “никах шул үҙенсәлеге менән айырыла: ул алиһәгә табыныуға сик ҡуя. Яҡыныраҡ күҙ һалған ир уның ябай ҡатын-ҡыҙ икәнлеген аңлай”, тигәне тап шуға ишаралай.
Зәйтүнгөл һөйләгәнсә, Миһмандың сит илгә оҙайлы командировкаға китеүе лә ышандырып етмәй, сөнки ике йәш бала, етмәһә, малайҙары булған ғаилә башлығын, әгәр үҙенең теләге булмаһа, оҙайлы командировкаға ебәрә алмаҫтар ине. Хәрби осоусы булараҡ, Миһмандың берәй илгә шулай уҡ хәрби миссия үтәргә, мәҫәлән, осоштарҙа ҡатнашыу өсөн үҙе теләп китеүе, әлбиттә, ихтимал. Бәлки, ул шул рәүешле ҡатынынан ял итергә теләгәндер?
Атай кешенең ҡыҙына ҡарата абайһыҙлығы уның һөнәр һайлауҙа алабарманлығына күҙ йомоуында ғына түгел, ә Төркмәнстанда йәшәгән сағында ике улын Башҡортостанға ҡунаҡҡа алып ҡайтып китеүендә лә сағылыш таба. Ире оҙайлы командировкаға киткән йәш ҡатынды сит-ят ерҙә япа-яңғыҙ ҡалдырыуҙың хәүефле икәнен, кем-кем, ә оло йәштәге кеше белергә тейеш ине лә баһа! Улдары эргәһендә булһа, әсә кешегә “ваҡыт уҙғарыуы бик ауыр”, “өйҙә ултырыу ғазаплы” булмаҫ һәм ул “Ер етемдәре” араһына барып юлыҡмаҫ ине.
Ни сәсһәң, шуны урырһың
Зәйтүнгөлдөң танышы “елбәҙәгерәк” Нурия иһә бөтөнләй кире образ булып күҙ алдына баҫа. Йәш ҡатын янына “йыуан ҡорһаҡлы Дурды”ны алып килгән ҡатындың эсендә йылан йөрөтөүе артабан бик асыҡ күренә: наркомандар йортона ул димләп алып бара бит. Тимәк, ҡайһы бер көсһөҙ заттарға айырыуса хас көнләшеү тойғоһо Нурияны танышының донъяһын боҙоуға, бәхетһеҙ итеүгә этәргән.
Әлбиттә, барыһы ла хужабикәнең ризалығы, бәлки, өнһөҙҙөр ҙә, аша эшләнгән, сөнки уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ул “аруҡ эсеп ташлаған” һәм, билдәле, араҡы шауҡымы арҡаһында ихтыяр көсөн юғалтҡан. Ә инде уның үҙен “ҡанатланып осҡандай” хис итеүе, “башҡаларға юғарынан ҡарай башлауы” кеүек хис-тойғо, “шәрә килеш ерәнгес Дурды ҡосағында ятыуы” иһә был донъя менән бәйләнеште юғалтыуы тураһында һөйләй.
Шулай ҙа йәш ҡатындың асылына ҡайтыу мөмкинлеге бөтөнләй ҡалмаған, тип уйларға нигеҙ юҡ, сөнки наркотикты тәүге тапҡыр татып ҡараған кешенең артабан унан ҡырҡа баш тартырлыҡ ҡына яйы була. Мәҫәлән, “башы сатнап ауыртҡан, уҡшыған һәм тәне тотош ҡалтыраған” ҡатын өйөнә ҡайтып китә алғандыр бит? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был мөмкинлекте Зәйтүнгөл ике көндән һуң ғына файҙалана һәм, аҙаҡ был йортҡа даими килеп йөрөй башлап, һөҙөмтәлә әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителә. Уның ике ай дауаланып та элекке хәленә кире ҡайта алмауы наркомандарҙың ошо ҡылығы менән үҙен ҡәбергә генә барып ятырлыҡ хәлгә килтереп терәүе хаҡында һөйләй.
Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, тигән әйтем бар. Финал билдәле: йәш ҡатын “ҡасандыр мөһабәт тә, күркәм дә булып, хәҙер инде иҫкереп, ергә сүгә башлаған” тыуған тупһаһына ҡайтып йығыла. Уның ошо көнгә ҡалғаны өсөн кем ғәйепле? Үҙеме? Яҙманың йөкмәткеһе был яуапҡа ҡаршы дәлил ҡалдырмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, героиня үкенес тойғоһо кисермәй, бәлки, уларҙы автор берәй маҡсат менән төшөрөп ҡалдырғандыр? Бәлки, был наркомандар өсөн тәбиғи сифаттыр? Мәҫәлән, дауаға бирешмәгән психик ауырыу кеүек.
Ә Миһмандың ғәйебе? Был турала йәки шуға ишара яһаған деталдәр күренмәй. Һис бер икеләнмәйенсә, шуны раҫларға мөмкин: капитан дәрәжәһендәге хәрби осоусы никахтың тиң түгеллеген аңларға тейеш ине кеүек, ләкин ул быға бармаған. Күрәһең, һылыу ҙа, етмәһә, йәш тә ҡыҙҙың мөхәббәтен татып ҡарарға йөрьәт иткән. Тик бында, юристар әйтмешләй, уҫал ниәт күренмәй.
Ни сәсһәң, шуны урырһың. Бына ҡайҙа Зәйтүнгөлдөң башына төшкән михнәттәрҙең сәбәбе! Тимер-томор кеүек ирҙәргә генә хас һөнәрҙе һайлауы, үҙен тәрбиә ҡылып, институт кеүек юғары уҡыу йортонда уҡытҡан ата-әсәһенең фатихаһын алмайынса кейәүгә барыуы һәм сит тарафтарға китеп юғалыуы, күрәһең, эҙһеҙ ҡалмаған. Эйе, үкенеү кеүек хис-тойғо героиняға хас сифат булмаған. Юҡһа, ул хаталарын төҙәтергә ынтылыр ине. Ә бит атаһына эйәреп, әсәһенең тыуған яғына киткән малайҙары янына барыу, шул рәүешле ата-әсәһен, тыуған төйәген күреү мөмкинлеге, хатта зарурлығы булған бит…
Тимер ЮРМАТИН.
Өфө ҡалаһы.