Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
21 Апрель 2025, 15:26

Тәрбиәсе сәскә өсөн 760 мең һум түләгән!

Беҙҙе нисек алдайҙар?

Тәрбиәсе сәскә өсөн 760 мең һум түләгән!Тәрбиәсе сәскә өсөн 760 мең һум түләгән!
Тәрбиәсе сәскә өсөн 760 мең һум түләгән!

Уҙған ялда республика халҡы 10 миллион һумдан ашыу аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Полицияға мутлашыу тураһында 17 хәбәр килгән.

Шуларҙың бер осрағы. Туймазы районында хоҡуҡ һаҡсыларына 37 йәшлек балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе мөрәжәғәт иткән.

Уның һөйләүенсә, мессенджерҙарҙың береһенән курьерҙан уның исеменә гөлләмә барлығы тураһында хәбәр килә һәм уны алыу өсөн смартфонға килгән код кәрәклеген дә белгертә. Ҡатын таныш булмаған кеше ҡушҡанса, кодты яҙып ебәрә. Артабан “Росфинмониторинг хеҙмәткәре” шылтыратып, уның шәхси мәғлүмәттәренә сит кешеләр эйә булыуын, шуны кредит алыу өсөн файҙаланыуҙарын, уларға ҡамасаулау өсөн үҙенә лә кредит алырға кәрәклеген “аңлата”.

Тәрбиәсе ышана, хеҙмәткәрҙең күрһәтмәләрен башҡарып, 760 мең һум кредит алып, мутлашыусыларҙың иҫәбенә күсерә. Сәскә алыу түгел, ә банк алдында ҙур бурысҡа батып ҡала ул.

Мутлашыусылар ҡорбаны булмаҫ өсөн иҫкәртәләр: ят номерҙан шылтыратһалар, трубканы алмағаҙ, яуап биргән хәлдә, уларға үҙегеҙ тураһында бер ниндәй мәғлүмәт бирмәгеҙ.  

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас