Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Өфөнән 22 йәшлек һәм Салауаттан 29 йәшлек кешегә иҫкәртеү яһаны: ир-егеттәр Украина фондына донат күсерергә маташҡан. Әгәр ҙә аҡса күсеп өлгөргән булһа, был дәүләткә хыянат итеү тип танылыр ине.
“Ир-егеттәр МХО осоронда Рәсәй Федерацияһы именлегенә ҡаршы эшмәкәрлек алып барған украин ойошмаһының банк иҫәбенә аҡса күсерергә маташты“, – тип хәбәр итә Федераль именлек хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: дәүләткә хыянат итеү өсөн 500 мең һумға тиклем штраф һәм 12-20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.
Фото: Федераль именлек хеҙмәте.