Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
21 Апрель 2025, 05:37

ӘСӘ-АТАЙЫҢ ӨСӨН ҺӘР САҠ ДОҒАЛА БУЛ!

Аллаһ Тәғәлә Үҙенең Изге Китабында беҙгә ата-әсәйҙәребеҙгә ҡарата илтифатлы булырға бойора

ӘСӘ-АТАЙЫҢ ӨСӨН ҺӘР САҠ ДОҒАЛА БУЛ!ӘСӘ-АТАЙЫҢ ӨСӨН ҺӘР САҠ ДОҒАЛА БУЛ!
ӘСӘ-АТАЙЫҢ ӨСӨН ҺӘР САҠ ДОҒАЛА БУЛ!

"Раббың һеҙгә Унан башҡа һис кемгә табынмаҫҡа һәм ата-әсәгә изгелек күрһәтергә бойорҙо. Әгәр ҡаршыңда уларҙың береһе йәки икеһе лә ҡартайһа, уларға "уф" тип тә әйтмә, ҡысҡырма ла, ә фәҡәт йомшаҡ һүҙ менән өндәш. Улар алдында рәхимлегеңдән түбәнселек ҡанатын йәй һәм: "Раббым, улар мине бәләкәй сағымда нисек тәрбиәләгән, уларға ла шулай рәхимлелек күрһәт", — тип әйт" (Ҡөрьән, 17:23-24).

Пәйғәмбәребеҙ ҙә ﷺ беҙгә ата-әсәйҙәребеҙгә матур мөнәсәбәт күрһәтергә васыят иткән.

Бер хәҙисендә ул ﷺ, мәҫәлән:

"Хурлыҡҡа төшһөн, шунан тағы хурлыҡҡа төшһөн һәм шунан һуң тағы хурлыҡҡа төшһөн! Кем үҙ ата-әсәһенең икеһенең дә йә уларҙың береһенең генә ҡартайыуын тап итеп тә, Йәннәткә инә алмаған – шул!" — тигән.

 Мөслим йыйынтығынан, сахих.

Йәғни, ҡарт ата-әсәһе янында уларға шундай күп изгелектәр күрһәтеп, әллә күпме әжер-сауап йыйып ҡалырға форсаты булып та, шул форсатты ҡулланмаған һәм ошо осраҡта ла Ожмахҡа өлгәшә алмаған кешегә ҡайғы!

Икенсе хәҙистә иһә Әбү Бәкрҙең ҡыҙы Әсмәнән (Аллаһ уларҙан риза булһын) шундай һүҙҙәр еткерелә:

"Бер ваҡыт миңә ҡунаҡҡа әсәйем килде һәм ул Пәйғәмбәр ﷺ (тере ваҡытта) әле мөшрик ине. Мин кәңәш артынан Аллаһ рәсүленә ﷺ барҙым һәм: "Миңә әсәйем килде һәм ул минән нимәлер теләй. Уның менән туғанлыҡ бәйләнешен тоторғамы?" — тип һораным. Быға Пәйғәмбәр ﷺ: "Эйе, әсәйең менән бәйләнеш тот", — тип яуапланы.

 әл-Бохари, Мөслим, сахих хәҙис.

Йәғни, үҙең мосолман булып, ата-әсәйең кафыр мөшрик булған хәлдә лә (Аллаһ һаҡлаһын), һин барыбер улар менән яҡшы мөғәмәлә итергә, уларға хөрмәт күрһәтергә, улар менән йылы бәйләнеш тоторға һәм олоғайған көндәрендә уларҙы ҡарарға тейешһең.

 Атай һәм әсәй өсөн ҡылынған доғаларҙың дәрәжәһе 

Бөйөк дин ғалимы Ибн Ғүҫәймин (Аллаһ уға рәхимле булһын) шулай тигән:

"Һинең тәрәүих йә тәһәджүд намаҙҙарында ата-әсәйең өсөн ҡылған доғаң улар исеменән ун дөйә салыуға ҡарағанда ла күпкә яҡшыраҡ".

 "Лиҡа әл-Бәб әл-Мәфтүх", 115.

 Ҡөрьәндә ата-әсәй өсөн килтерелгән доғалар: 

  1. Ибраһим пәйғәмбәрҙең доғаһы:

"Раббәнә-ғфир лии үә ли үәәлидәййә үә лил-мүьминиинә йәүмә йәҡуумүл-хисәәб".

 رَبَّنَا اغْفِرْ لِي وَلِوَالِدَيَّ وَلِلْمُؤْمِنِينَ يَوْمَ يَقُومُ الْحِسَابُ

 Мәғәнәһе:

"Раббыбыҙ! Хисап көнөндә мине лә, минең ата-әсәйемде лә һәм барлыҡ мөьминдәрҙе лә ғәфү ит!" (Ҡөрьән, 14:41).

  1. Нух пәйғәмбәрҙең доғаһы:

"Рабби-ғфир лии үә ли үәәлидәййә үә лимән дәхалә бәйтийә мүьминән үә лил-мүьминиинә үәл-мүьминәәт. Үә ләә тәзиди-ҙҙаалимиинә илләә тәбәәран!"

 رَّبِّ اغْفِرْ لِي وَلِوَالِدَيَّ وَلِمَن دَخَلَ بَيْتِيَ مُؤْمِنًا وَلِلْمُؤْمِنِينَ وَالْمُؤْمِنَاتِ وَلَا تَزِدِ الظَّالِمِينَ إِلَّا تَبَارًا

Мәғәнәһе:

"Раббым, мине лә, минең ата-әсәйемде лә, өйөмә ингән һәр иманлыны ла һәм бөтә иманлы ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы ла ғәфү ит! Ә залимдарға һәләкәттән башҡа бер ни өҫтәмә!" (Ҡөрьән, 71:28).

  1. Сөләймән пәйғәмбәрҙең доғаһы:

"Рабби әүзиғнии ән әшкүра ниғмәтәкә-лләтии әнғәмтә ғәләййә үә ғәләә үәәлидәйй. Үә ән әғмәлә саалихән тәрдааһ. Үә әдхильнии бирахмәтикә фии ғибәәдикә-ссаалихиин!"

 رَبِّ أَوْزِعْنِي أَنْ أَشْكُرَ نِعْمَتَكَ الَّتِي أَنْعَمْتَ عَلَيَّ وَعَلَى وَالِدَيَّ وَأَنْ أَعْمَلَ صَالِحًا تَرْضَاهُ وَأَدْخِلْنِي بِرَحْمَتِكَ فِي عِبَادِكَ الصَّالِحِينَ

Мәғәнәһе:

"Раббым, Һинең миңә һәм минең ата-әсәйемә күрһәткән ниғмәттәрең өсөн мине Һиңә рәхмәтле булырға һәм Һин риза булырҙай яҡшы ғәмәлдәр ҡылырға күндер. Һәм мине Үҙеңдең мәрхәмәтең менән Үҙеңдең яҡшы ҡолдарың араһына индер!" (Ҡөрьән, 27:19).

Аллаһ Тәғәлә атай-әсәйҙәребеҙҙе Йәннәтле итһен! 

✍️ Мөслимә яҙмалары 

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас