Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
21 Апрель 2025, 07:23

Кесерткәндән салат көс бирер, иммунитетты күтәрер

Яңы ҡалҡып килгән кесерткәнде төрлө салаттарға, аштарға ҡушығыҙ. Ул ауырығандан һуң хәл индерә, диета тотҡандарға ла файҙалы. Ә бөгөн тәмле салат эшләп ашайыҡ. 

Кесерткәндән салат көс бирер, иммунитетты күтәрерКесерткәндән салат көс бирер, иммунитетты күтәрер
Кесерткәндән салат көс бирер, иммунитетты күтәрер

Кесеркәнде бер-ике секунд эҫе һыу, унан һалҡын һыу менән сайҡатабыҙ. 

Йәшел һуған, бешкән 4-5 йомортҡа менән ҡушып турайбыҙ. 

Майонез йәки ҡаймаҡ менән ҡушып болғатып, тәменә ҡарап тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. 

Тәмле булһын!

 
Автор:
Читайте нас