

Ҡалала тыуып-үҫкән Руслан Наил улы һуғышҡа тиклем нефть тармағында әйҙәүсе инженер булып эшләй. Алдына ҡуйған маҡсатына һәр ваҡыт ирешеп өйрәнгән, аҡыллы, тырыш егет махсус хәрби операция башланғас, тәүге көндәрҙән үк фронтҡа барырға йыйына. Тик атаһы вафат булғас, пландары үҙгәрә. Шулай ҙа ниәтенән баш тартмай.
2024 йылда ул, әсәһенә дөрөҫөн әйтергә ҡыймай, сираттағы вахтаға, тип Көнбайышҡа юлға сыға. "Әхмәт" махсус подразделениеһы менән тәүҙә 4 айға контракт төҙөй, һуңынан уны оҙайта. Инде ете ай дошмандарға ҡаршы алыша миномёт расчётының ҡыйыу командиры.
Руслан һуғышҡа оҙон аҡса артынан бармай, уның Себерҙә лә эш хаҡы юғары була. Ә намыҫ, бурыс тигән төшөнсәләр буш булмағанға ил мәнфәғәттәрен яҡлар өсөн фронтҡа юллана. Ил киләсәге йәштәр ҡулында, тип иҫәпләй ул.
Изге күңелле Руслан гелән хайуандар хаҡында хәстәрлек күрергә ынтыла. Фронт һыҙығында ла, һәләк булған иптәшенең бесәйен үҙенә ала, ташлап китмәй. Башҡа яугирҙар менән бергә ерән бесәйҙе лә ҡотҡаралар. Бесәйҙәр улар өсөн йорт йылыһы, тыныс тормош билгеһе кеүек.
Ут аҫтында йөрөгән ир-егеттәр ғүмерҙең, яҡындарҙың, дуҫтарҙың, именлектең ҡәҙерен белергә өйрәнә. Руслан да йәшәү мәғәнәһен, ысын ҡиммәттәрҙең асылын төшөнөп, ябай бер егеттән һис ҡасан ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаясаҡ саҡматаштай рухлы ил һаҡсыһына әүрелгән.
Гуманитар ярҙам өсөн яҡташтарына ҙур рәхмәт белдерә яугир, һәр ярҙамдың оло әһәмиәткә эйә булыуын, рух, көс өҫтәүен билдәләй.
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын яуҙан батыр башҡорт улы!
Фото: Руслан Ибәтуллин.