Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
16 Апрель 2025, 05:05

Башҡорт хужабикәһе: "Ябығыуымдың насар яғы ла бар..."

Өс аҙна элек билдәле блогер ашҡаҙанын бәләкәсәйтеп операция яһатҡайны. Әле ул бының ыңғай һәм кире яҡтарын һөйләгән.    

Башҡорт хужабикәһе: "Ябығыуымдың насар яғы ла бар..."Башҡорт хужабикәһе: "Ябығыуымдың насар яғы ла бар..."
Башҡорт хужабикәһе: "Ябығыуымдың насар яғы ла бар..."

Блогер "Башҡорт хужабикәһе" ябығыр өсөн ашҡаҙанына операция яһатып, уны бәләкәсәйткәйне.

Әле өс аҙна эсендә үҙенең күҙәтеүҙәрен барлап, ябығыуҙың кире яҡтарын атаны. Баҡтиһәң, хәҙер ул урамға сыҡһа, тиҙ өшөй башлай, ә быға тиклем ундай проблемаһы булмай. Эс ҡатыу, йыйырсыҡтар барлыҡҡа килде, ти ул. Әммә шул уҡ ваҡытта хырылдау һәм шешенеүе юҡҡа сыҡҡан.

Миләүшә Шәйхелисламова үҙенең артыҡ кәүҙә ауырлығы менән ҡәнәғәт булмауынан һәм аппетитын ауыҙлыҡлай алмауынан ошо аҙымға барыуын белдерә. Уның ҡарауы, хәҙер ул бик аҙ ашай икән, шунда уҡ туҡлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килә.

"Күп ашай алмайым, ҡорһағым тула. Барыһын да ентекләп сәйнәргә кәрәк. Туйыр өсөн бер нисә киҫәк ризыҡ та етә, - ти ул.

Фото: "БД"/видеонан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас