Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
15 Апрель 2025, 11:57

Ятып ҡалғансы, атып ҡал...

Был мәҡәл Күлләр ауылы старостаһы Римма Сөләймәноваға бигерәк тә тап килә. Ул күп уйлап тормайынса, тиҙ арала өмәләр ҙә үткәреп ала, махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреү өсөн гуманитар йөк тә йыя, кәрәк икән байрамдар ҙа ойоштора.

Ятып ҡалғансы, атып ҡал...Ятып ҡалғансы, атып ҡал...
Ятып ҡалғансы, атып ҡал...

Был юлы ла Анна Васильевнанан һәм таныштарының Интернет селтәренә яугирҙәргә ярҙам кәрәк тигән үтенесен күреп ҡалыу менән ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәтергә ашыға ул.
- Ауылдаштар төркөмөнә, әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ситтә ҡалмайыҡ тип яҙыуым булды, шундуҡ күтәреп алдылар. Зила еңгәй туҡмас килтерҙе, Фанзилә еңгәй үләндәр, простынялар, мендәр тыштары килтерҙе, Владик ағай йомортҡа бирҙе. Күмәк тырышлыҡ менән байтаҡ ҡына әйбер йыйылды, аҡса күсереүселәр ҙә байтаҡ булды, - ти был хаҡта Римма Сабирйән ҡыҙы.
Тәүәккәл һәм изге йөрәкле ҡатын төн сыҡҡансы бауырһағын да бешереп ала, туҡмасын да киҫә. Тормош иптәше Ринат менән йыйылған аҡсаға тағы ла әйберҙәр һатып алып ҡушып, тартмаларға тултырып 1-се мәктәптә урынлашҡан “Ҡырмыҫҡалылар - үҙебеҙҙекеләргә” штабына алып барып тапшыра.
Күлләр ауылы халҡының ебәргән күстәнәстәребеҙ һалдаттарҙың ризыҡтарына яҙһын, тиҙерәк һуғыш бөтөп, илдәр тыныс булһын Хоҙайым, тип теләгән теләктәре ҡабул булһын.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас