Ләкин, ул ваҡытта яҙылыу осоро тамамланғанға күрә, беҙ был эште икенсе ярты йыллыҡҡа ҡалдырып торорға мәжбүр булдыҡ.
Һәм бына декада башланыу менән Әлфиә Ғабдулла ҡыҙының изге эшен атҡарып ҡуйыу мәле етте. Яҡташыбыҙ “Изге яҙылыу” акцияһы сиктәрендә Мырҙа ауылында йәшәүсе махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙең атаһы Әнүәр Шәриповҡа һәм Малай ауылында йәшәүсе ауылдаштары Филиә Зәлилова менән Рәжәп Шәмиғоловтар ғаиләләренә район гәзитен бүләк итте.
Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән Әлфиә Матвееваның тамырҙары Ҡырмыҫҡалы районына килеп тоташа, сөнки ата-әсәһе - Малай ауылынан. Ул Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын, һуңынан ситтән тороп Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтын тамамлай. Бөгөнгө көндә “Торатау Конгресс-холл” БР Дәүләт бюджет учреждениеһының финанстар бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләй. Белорус милләтенән булған тормош иптәше Андрей менән ике ул үҫтерә. Ҡатнаш ғаилә булыуға ҡарамаҫтан, ғаиләлә ике телде лә яҡшы беләләр, ике милләттең дә йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итәләр. Милли бәйгеләрҙә ҡатнашалар, байрамдарға, концерт-театрҙарға йөрөйҙәр.
Әйткәндәй, төп эшенән тыш, Әлфиә Ғабдулла ҡыҙы ирекмәнлек эше менән тығыҙ шөғөлләнә. Уның тырышлығы менән махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк яугирҙәребеҙгә ебәрелгән гуманитар йөктәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ә үҙ бурыстарын үтәгән һалдаттарыбыҙҙан уның адресына ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәре, йылы сәләмдәр килеп тора.
Әлфиә Ғабдулла ҡыҙы, ҡылған изгелелегеҙгә сауабы меңләтә артып ҡайтһын!
Акциябыҙ дауам итә, дуҫтар! Район гәзитен теләге булып та яҙҙырта алмаған мохтаж ғаиләләргә, күп балалыларға, аҙ булһа ла, йыуаныс булыу маҡсатында махсус хәрби операция яугирҙәренең ғаиләләренә яҙҙыртырға теләүселәр редакцияға мөрәжәғәт итә ала. Бер яҡлап шәфҡәтлелек күрһәтһәк, икенсе яҡлап туған телде үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.
Гөлсәсәк Аласова.