4 апрелдә Стәрлетамаҡта тимер юл вокзалының транспорт хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре бер ҡатын-ҡыҙҙың үҙен шикле тотоуына иғтибар иткән. Атап әйткәндә, ул телефон аша һөйләшкән арала бер нисә тапҡыр банкоматҡа барып ҙур суммала аҡса алған. Шул уҡ ваҡытта ярҙамдан да баш тартҡан.
Битараф булмаған вокзал хеҙмәткәрҙәре 112 номерына шылтыратып, мутлашыу ихтималлығы тураһында хәбәр иткән. Ваҡытты юғалтмаҫ өсөн, уларҙың береһе күрше участка полиция пунктына мөрәжәғәт итә. Полицияның участка вәкиле лейтенанты Андрей Чуйков шунда уҡ пенсионерға ярҙамға ашыға. Ярҙамға патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре лә килә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре оҙаҡ ваҡыт пенсионерҙың мутлашыусы менән һөйләшеүен туҡтата алмай. Оҙайлы профилактик әңгәмәнән һуң полиция хеҙмәткәре зыян күреүсенең ейәненә шылтыратып, ошо хәл тураһында хәбәр итә. Бер аҙҙан пенсионерҙың улы килеп, бергәләп ҡатынды полицияға барырға күндерәләр.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының дежур бүлегендә пенсионер ҡатын һөйләүенсә, бер көн элек мессенджерҙа уға билдәһеҙ ир шылтыратып, үҙен Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре тип таныштырған. Ул кемдер ҡатындың банк иҫәбенән аҡса алырға маташыуын хәбәр итә. Артабан ҡатын менән Үҙәк банк “белгесе” бәйләнешкә инә. Ялған хеҙмәткәр был хәлдән сығыу өсөн аҡсаны икенсе картаға һалып, ”хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә кәрәклеген аңлата.
Ҡатын мутлашыусылара ышанып, яңы карта аса һәм бөтә аҡсаһын шунда күсерә. Киләһе көн мутлашыусылар бөтә аҡсаны картанан сығарып, ”хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә ҡуша. Ошо рәүешле ҡатын банкоматҡа килеп, аҡсаһын сығара башлай ҙа инде...
Стәрлетамаҡ тимер юл вокзалы һәм полиция хеҙмәткәрҙәренең уяулығы һәм битараф булмауҙары арҡаһында пенсионер ҡатын бөтә аҡса һаҡламын һаҡлап ҡала. Дежур часында иһә ул үҙенең мутлашыусыларҙың ҡорбаны була яҙыуын аңлап, ҡотҡарыусыларға рәхмәт белдерә. Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Лилиә Исламғолова, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: Г. Биргәнова (фотоның ваҡиғаға ҡыҫылышы юҡ).