Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
14 Апрель 2025, 09:23

15 мең штраф һалына

Өфөлә 18 апрелгә тиклем "Мотоцикл" операцияһы бара. Әле мопедта йөрөгән 16 йәшлек үҫмерҙе тотҡандар.

Уның водитель танытмаһы булмаған. Ә бының өсөн 15 мең штраф һалына. Үҫмергә ҡарата административ протокол төҙөп, мопедын штраф стоянкаһына ебәргәндәр. Аңлатыу эштәре алып барылған.

Автоинспекторҙар ата-әсәләргә балаларының рулгә ултырыуын контролдә тоторға ҡуша. Юлдарҙа әленән-әле хәүефле хәл-ваҡиғалар булып тора бит. Ә һәләк булыусылар күпме?!

Фото: vk.com/ufagibdd

Автор:Эльвира Әсәҙуллина.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас