Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
11 Апрель 2025, 04:52

Матбуғат - беҙҙең тормош, матбуғат - беҙҙең булмыш

Э.А. Саттарова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, журналистика уҙаманы: - Район гәзитенең сираттағы юбилейы йылдар төпкөлөндә ҡалған хәтирәләргә алып китә. Дүрт тиҫтә йыл ғүмеремде ошо эшкә бағышлаған кеше булараҡ, мин уның тарихына үҙ өлөшөмдө индереүем менән ғорурланырға хаҡым бар, тип уйлайым.

Матбуғат - беҙҙең тормош, матбуғат - беҙҙең булмышМатбуғат - беҙҙең тормош, матбуғат - беҙҙең булмыш
Матбуғат - беҙҙең тормош, матбуғат - беҙҙең булмыш

Махсус белем алып, 1976 йылда редакцияға фотохәбәрсе булып эшкә килдем. Быға тиклем дә район һәм республика гәзиттәрендә хәбәр һәм мәҡәләләрем даими баҫылып торғанғамы, мине бик йыл ҡабул иттеләр. Гәзиттең һәр һанында хеҙмәт алдынғыларын, теге йәки был өлкәләге эштәр барышын, төрлө ойошмаларҙа эшләүсе кешеләрҙең ҡаҙаныштарын фотоһүрәттәрҙә сағылдырыу оҫталыҡ ҡына түгел, ҙур тырышлыҡ һәм сабырлыҡ талап итә ине. Ләкин 18 йәшлек сая ҡыҙға был һынауҙар еңел бирелде. Хәбәрсе, хаттар бүлеге мөдире, дубляж буйынса мөхәррир урынбаҫары, хатта 10 йыл баш мөхәррир булып эшләгән дәүерҙәрҙә лә мин фотоға төшөрөүҙән туҡтаманым, киреһенсә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай торғайным. БДУ-ның филология факультетын тамамлағанда ла диплом эшем нәҡ фотожурналистикаға бәйле булыуы ла юҡҡа түгелдер.

Ә инде 2007 йылда иңемә өс гәзитте берләштергән предприятиены етәкләү бурысы йөкмәтелгәс, эште яңыса ойоштороу теләге теләге ҙур булды. Иҫке компьютерҙарҙы, йыһаздарҙы яңыларға алмаштырыу, өр-яңы машина алыуға өлгәшеү ҙә бик ҙур тырышлыҡ талап итте. Иң тәү сиратта – гәзиттең йөкмәткеһе яҡшыртыу, унда баҫылған һәр яҙманы уҡымлы һәм ҡыҙыҡлы итеү көн талабы ине. Тора-бара иҫкергән рубрикаларҙы яңыларына алмаштырҙыҡ, яңы төр жанрҙарға иғтибар артты, авторҙар исемлеге киңәйҙе. Әлбиттә, тираждарҙы арттырыу эше ваҡыты-ваҡыты менән түгел, ә даими, эҙмә-эҙлекле алып барылырға тейеш ине.
Бына шулай ҡайнап йәшәнек һәм эшләнек ул дәүерҙә. Һәр тин килем үҙебеҙҙең коллектив өсөн тотонолдо, хеҙмәткәрҙәрҙең матди хәле премиялар менән дәртләндерелде, эшләүе лә күңелле була торғайны.
Гәзиттең юбилейы уңайынан йәш ҡәләмдәштәремә яңынан-яңы ҡыҙыҡлы темалар, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман, ижади эшмәкәрлектәренән алған ҡәнәғәтлек тойғоһо, еңел булмаған эштәрендә уңыштар юлдаш булыуын теләйем. Гәзит уҡыусылар менән арағыҙ һәр ваҡыт яҡын һәм ышаныслы булһын!

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас