Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
11 Апрель 2025, 05:13

95 йыл һеҙҙең менән бергә!

Миҙхәт Рәжәпов, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, СССР Журналистар берлеге ағзаһы, Ҡырмыҫҡалы районының Почетлы гражданы: - 1963 йылдың февралендә район гәзитенә хаттар бүлеге мөдире булып килдем һәм 2007 йылдың сентябренә тиклем гәзит менән элемтәне өҙмәнем. Ауыл хужалығы, партия тормошо бүлеге мөдире вазифаларын башҡарҙым, утыҙ йылға яҡын редакцияға етәкселек иттем.

95 йыл һеҙҙең менән бергә!95 йыл һеҙҙең менән бергә!
95 йыл һеҙҙең менән бергә!

Мин етәкселек иткән осорҙа коллектив райондар араһында беренселәрҙән булып компьютер технологияһын үҙләштерҙе. Гәзиттең тиражы 10 000 данаға тиклем етте. Баҫма бер нисә тапҡыр республика һәм төбәк-ара кимәлендә үткәрелгән конкурстар лауреаты тип танылды. Гәзит биттәрендә һәр ваҡыт көнүҙәк темалар яҡтыртылды, интервьюны ла гәзиттә биреүҙе иң беренсе булып беҙ башлап ебәрҙек. Редакция типографияһында үҙебеҙҙең авторҙар Риф Йөҙлөкбаевтың, Таһир Вилдановтың, Рәғиҙә Дәүләтбаеваның китаптарын баҫтырҙыҡ.

Ауыл хәбәрселәрен ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында гонорарҙар түләүҙе индерҙек. Ауылдарҙа хәбәрселәр постары булдырҙыҡ. Бик күңелле эшләй торғайныҡ. Икешәр көн район Мәҙәниәт һарайында Көлкө кисәһе үткәргән мәлдәр булды. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында төрлө райондар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләнек.
Редакция хеҙмәткәрҙәре араһында ете кешенең “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” һәм “Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре” исемен алыуы ла күп нимә хаҡында һөйләй.
Бөгөнгө көндә лә редакция хеҙмәткәрҙәре гәзиттең йөкмәткеһен, биҙәлешен, тематикаһын яҡшыртыу һәм төрләндереү эшендә, сайтта ҙур эштәр башҡара. Уларға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар юлдаш булһын.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас