Даирә
+28 °С
Болотло
Новости
11 Апрель 2025, 05:10

95 йыл һеҙҙең менән бергә!

Фәрғәт Ҡотлобаев, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре», Рәсәй, Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Табын ырыуының ҡор башы: - Районыбыҙ гәзитенә 95 йыл булып киткән. Ниндәй олпат юбилей!

95 йыл һеҙҙең менән бергә!95 йыл һеҙҙең менән бергә!
95 йыл һеҙҙең менән бергә!

Исемдәре үҙгәреп торһа ла, халҡыбыҙға яҡын, мөһим мәғлүмәт сараһы булып нисә дәүер кисерҙе ул. Оло һәм урта быуын уны «Хеҙмәт даны», «Трудовая слава», тип белә. Үҙем ошо гәзиттә һәм редакцияһы коллективында хәбәрсе, бүлек мөдире, мөхәррир булып эшләгәнем менән сикһеҙ ғорурланам. Хеҙмәтем илебеҙҙә киҫкен боролош йылдарына тура килде. Гәзитте һаҡлап ҡалдыҡ. Яңырттыҡ, компьтер менән сығарыуға ирештек.

Ошо ауыр мәлдәрҙә янымда булған, мине аңлаған, ярҙам иткән коллегаларыма ысын күңелдән рәхмәтлемен! Әле исемдәрен атап китеү күп урын алыр, айырым статьяла яҙырмын, Алла бирһә. Үҙемдең совет тәрбиәһе, принциптарым, башбаштаҡлыҡты, тәртипһеҙлекте, халыҡты талауҙы өнәмәй баҫтырған мәҡәләләрем өсөн эҙәрлекләүҙәргә дусар булдым. Тик сигенмәнем! Дөрөҫлөк барыбер еңде. Гәзиттә эшләү ҙур яуаплылыҡ талап итә. Шуға ла әлеге хеҙмәткәрҙәргә уңыштар теләйем, барыбыҙҙы ла юбилей менән ҡотлайым.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас