Даирә
+30 °С
Болотло
Новости
10 Апрель 2025, 04:53

Яҙыусы – балалар баҡсаһында

Халыҡ-ара балалар китабы көнө уңайынан 1-се Ҡырмыҫҡалы балалар баҡсаһының өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре тәрбиәләнеүселәре яҙыусы-ғалим, филология фәндәре кандидаты, Й. Кейекбаев һәм М. Ғафури исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Ниязбай Сәлимов менән осрашты.

Яҙыусы – балалар баҡсаһындаЯҙыусы – балалар баҡсаһында
Яҙыусы – балалар баҡсаһында

Тәрбиәсе Айгөл Ғәлиәхмәтова сараны башлап, балалар баҡсаһында Ниязбай Булатбай улының китаптары, фотоһүрәте ҡуйылған мөйөш бар. Балалар яҙыусыны таныйҙар, шиғырҙарын ятлайҙар, тине һәм һүҙҙе яҙыусыға бирҙе.
Ниязбай Сәлимов үҙенең биографияһы һәм ижад юлы менән тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Сабыйҙар уны ихлас тыңланы, һорауҙарына яуаптар алды.
Ул шулай уҡ кескәй шайморатовсыларға яҡташыбыҙ - легендар 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы командирының тормошонан ҡыҙыҡлы факттар тураһында ла мәғлүмәттәр килтерҙе.
Кескәйҙәр бик дәртле һәм ҡыҙыҡһыныусан булып сыҡты. Малай һәм ҡыҙҙар уны тыңлағандан һуң “Шайморатов генерал” йырын айырыуса дәрт һәм ихласлыҡ менән башҡарҙы. Артабан улар яҙыусының шиғырҙарын һөйләнеләр, йырҙар йырланылар.
Йомарт, ихлас күңелле Ниязбай Булатбай улы балалар баҡсаһына китаптар, икенсе ярты йыллыҡҡа “Даирә” гәзитенә яҙылыу, шиғыр һөйләүсе балаларға бүләктәр ҙә тапшырҙы.
Бындай осрашыуҙар балаларҙа китап уҡыуға һәм ижадҡа һөйөү тәрбиәләй, хәтерҙәрендә уйылып ҡала.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас