Тәүге ҡарлуғастар
Тәүге район гәзите «Ҡырмыҫҡалы колхозсыhы» исеме аҫтында ғәрәп хәрефтәре менән баҫыла, аҙнаһына өс тапҡыр дүрт битлек булып сыға.
«Ҡырмыҫҡалы колхозсыhы» «Башҡортостан» һәм «Коммунар» республика гәзиттәренең күсмә гәзите була. Республика архивтарында был исем менән сыҡҡан гәзиттең туғыҙ һаны һаҡланған.
Архивтарҙа шулай уҡ 1933-1935 йылдарҙа сығарылған һәм МТС политбүлеге органы булып торған “Комбайн” район гәзите лә табылған. Уның район гәзите тарихы булып иҫәпләнгән “Колхоз юлы” гәзите менән бергә сығарылған һандары ла бар. Архивта МТС политбүлеге органы тарафынан 1934 йылда баҫылған 500 дана “Пионер тауышы” гәзите һаҡланған.
Район гәзитенең артабанғы тарихы район халҡына һәм уның уҡыусыларын яҡшы таныш. Ул ВКП (б) район комитеты органы, һуңынан КПСС район комитеты һәм халыҡ депутаттарының район Советы булараҡ эшләне. 1945 йылдан районда рус һәм татар телдәрендә үҙ аллы «Колхозник» һәм «Колхоз юлы» гәзиттәре сығарылды.
“Хеҙмәт даны” дәүере
Биш йылдан һуң, 1950-се йылда улар “Хезмәт даны” һәм “Трудовая слава” гәзиттәре булып сыға башланы.
1963 йылдарҙа бер осор башҡорт телендә лә баҫылып алғандан һуң тағы 1997 йылда район гәзиттәре башҡорт, татар һәм рус телдәрендә сыға башлай. Был дәүерҙәрҙә уларҙың тиражы 10 меңдән артып китә.
1997-1998 йылдарҙа район типографияһы көсө менән баҫылып килгән редакция, район хакимиәте ярҙамында компьютерҙар менән йыһазландырыла һәм офсет баҫма машинаһына эйә була. Хәрефтәрҙе ҡул менән йыйып, версткалаған дәүерҙән был көндәргә еткәнсе, 65 йыл ғүмер үтә. 1970-се йылдарҙа полиграфистарға ярҙамға линотиптар килә һәм хәрефтәр металға ҡойоп эшләнә. Ә инде компьютер революцияһы гәзит сығарыусыларҙың хеҙмәтенә күптән көтөлгән үҙ аллылыҡ һәм еңеллек килтерә.
2006-сы йылда ярты быуат йәшәп килгән «Трудовая слава» («Хезмэт даны») тарихта ҡалды. Уларға алмашҡа рус телендә «Кармаскалинская новь», башҡортса – «Даирә», татарса – «Үзән» гәзиттәре килде. Шул уҡ йылда гәзиттең ойоштороусылары БР Хөкүмәте ҡаршыһында Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ булды һәм редакция коллективы “Трудовая слава” гәзите редакцияһы” ҡаҙна предприятиеһына әүерелде.
2007 йылдың 1 июленән “Даирә” гәзите үҙ аллы сыға башланы һәм уның тәүге мөхәррире Илмира Ғәлиәхмәтова булды.
Уларҙың таланты һәм хеҙмәте
Район гәзите редакцияһының 95 йыллыҡ хеҙмәт юлында төрлө быуын кешеләре эшләне, уларҙың барыһын да нәшриәт эшенә фиҙаҡәр һөйөү берләштерҙе. “Колхоз юлы” гәзитенең тәүге мөхәррире Ғәзим Ғимадовҡа ауыл хәбәрселәр постарын төҙөргә лә, ҡоролмалар табырға ла, кадрҙарҙы өйрәтергә лә тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда гәзиткә Вәлийән Дәүләтбаев, Мәрхәбә Шаһибәкова, Мәсхүҙә Хәбибуллиналар етәкселек итә.
Төрлө йылдарҙа район гәзиттәрен Мазһар Ғимаҙиев, Галина Левашова, Александр Исаев, Фәрит Саттаров, Виктор Орлов, Николай Андреев, Әсҡәт Алдаҡаев, Миҙхәт Рәжәпов, Фәрғәт Ҡотлобаев, Эльза Саттарова, Ринат Шайбәков етәкләй.
Гәзит – коллектив хеҙмәт емеше. журналистар Рәсих Ханнанов, Хәмит Сәмихов, Райхана Батталова, Нажия Даянова, Марат Хәсәнов, Фридон Кәримов, Фәнил Солтанов, Йәүҙәт Хәмитов, Усман Ямғуров, Әхәт Юлмөхәмәтов, Рәлис Уразғолов, Рәмилә Сәйфуллина, Тәлғәт Мөхәмәтйәнов, Марина Дмитриева, Әлфинә Әбдиева, Алексей Григорьев һәм башҡалар район гәзите тарихында яҡты эҙ ҡалдырҙы. Уларҙың таланты һәм хеҙмәте арҡаһында гәзит ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк мәҡәләләләр менән тулыланды.
Төрлө йылдарҙа яуаплы секретарҙар вазифаһын алып барыусы Василий Семенов, Изида Ғүмәрова, Сәүиә Яфаевалар ҙа үҙҙәрен үҙ эшенең оҫталары итеп күрһәтте.
Мәҡәләләрҙе рус теленән башҡорт һәм татар телдәренә тәржемә итеү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Был еңел булмаған хеҙмәткә Рәсиҙә Әминева, Ләйлә Бакировалар күп йылдарын бағышланы.
Шулай уҡ тиҫтә йылдар буйына Галина Касьянова, Анна Громова, Фариҡа Мөхәмәтғалина эшен атҡарып,