Яңауыл ҡалаһында 14 йәшлек үҫмер мопед руле артында йәйәүлеләр үткәүеле аша электр самокатына сығып барған туғыҙ йәшлек малайға бәрелгән. Бәхеткә күрә, юл-транспорт ваҡиғаһында бер кем дә зыян күрмәгән.
Әммә бәлиғ булмаған водителдең әсәһенә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.7 статьяһының 3-сө өлөшө буйынса транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғы булмаған кешегә идара итеүҙе тапшырыу өсөн административ материал төҙөлгән. Был статьяның санкциялары 30 мең һум күләмендә штрафты күҙ уңында тота.
Бынан тыш, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар бәлиғ булмағанды тейешенсә тәрбиәләмәгән өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.35-се статьяһына ярашлы ата-әсәләрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһен ҡараясаҡ. Транспорт штраф туҡталҡаһына ҡуйылған.
Хөрмәтле ата-әсәләр, онотмағыҙ - балаларығыҙҙың хәүефһеҙлеге өсөн һеҙ яуаплы!
Фото сығанағы: БР Дәүләт автоинспекцияһы.