6 апрель кис Дәүләкән ҡалаһында юл фажиғәһе теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 30 йәшлек водитель “ВАЗ-2109” автомобиле менән көйләнмәгән юл сатында юл аша сыҡҡан билдәһеҙ ҡатынды төрттөргән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәйәүле, 50-55 йәштәр самаһындағы ҡатын, алған тән йәрәхәттәренән дауаханала вафат була. Ваҡиға факты буйынса тикшереү бара.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо уҡ көндә төнгө сәғәт 2-ләр тирәһендә Әбйәлил районында Дәүләт - Әлмөхәмәт автомобиль юлының 38-се километрында билдәһеҙ водитель 50 йәшлек ирҙе бәрҙереүе, һуңынан ваҡиға урынынан ҡасыуы, авария һөҙөмтәһендә йәйәүле алған йәрәхәттәренән вафат булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Үлемесле юл фажиғәһе булған водитель ҡулға алынған. Ул Әбйәлил районынан 23 йәшлек егет булған.
Бик ҡыҙғаныс хәл, кешене лә ҡайтарып булмай, водителдәрҙең яҙмышы боҙола.
Хөрмәтле водителдәр, юлсылар, ҡараңғы ваҡытта юлда айырыуса иғтибарлы булығыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ. Ҡабаланыу бер ваҡытта ла яҡшыға илтмәй.
Фото сығанағы: БР Дәүләт автоинспекцияһы.