Бөгөн бынан да яҡшыраҡ видео күрмәҫһегеҙ, тип әйтелә бындай осраҡта. Әлбиттә, табип хеҙмәте бик ауыр, бигерәк тә ашығыс ярҙамда эшләп һәр секунд ғүмер өсөн көрәшеүсе табиптарҙың хеҙмәте. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, был ҡаһармандарыбыҙҙың да көнләп түгел, сәғәтләп үтә бит үҙҙәренең тормошо. Улар ысын мәғәнәһендә шундай экстремаль рәүештә йәшәйҙәр ҙә...
Социаль селтәрҙәрҙә таралған был видеолағы табиптар тураһында ла, Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы үҙәгенең табиптары пациентты ҡотҡарырға ашыға, тип яҙып сыҡтылар. Кемдәрҙер гармунда уйнаусы һылыу табиптың күҙҙәренән, йөҙөнән йылылыҡ, нур, йәшәү бөркөлә тип яҙһа, икенселәр, йырсы егеттең Бөрйән районы егете булыуын танып ҡыуанды. Ысынлап та, тормошсан был йырҙы Ғәлиәкбәр ауылы егете, өлгөлө ғаилә башлығы, өс бала атаһы Ислам Бикешев башҡара.
Үҙегеҙҙең тормошоғоҙ имен, эшегеҙ уң, күңелдәрегеҙ бөтөн булһын, күк экипировкалы фәрештәләребеҙ!
Фото: Ислам Бикешевтең ғаилә архивынан.
Видео: Бөрйән яҡташтар берекмәһенең матбуғат хеҙмәтенән.