Башҡортостан парламенты яҡын туған-тыумасаға күсемһеҙ мөлкәт бүләк иткән өсөн түләүҙе арзанайтырға тәҡдим итә.
Ошо туралағы закон пректын республика депутаттары күптән түгел Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ҡарауына тапшырҙы.
“Һүҙ яҡын туғандарға күсемһеҙ мөлкәт бүләк итеү буйынса килешеүҙе раҫлатҡан өсөн түләү хаҡында бара, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Бындай килешеүҙе раҫлаған өсөн нотариустар 25-30 мең һум тирәһе ала. Күпме был, аҙмы? Төрлө хәлдә төрлөсә. Әйтәйек, ситтән килгән кеше бер нисә миллион һумлыҡ фатирҙы бүләккә ала, һәм бөтөнләй икенсе хәл – өләсәйҙең үҙ ейәненә баҡса йортон бүләк итергә теләүе. Беҙ яҡын туғандар өсөн был хеҙмәткә түләүгә 50 процент ташлама яһарға тәҡдим итәбеҙ”.
Парламент етәксеһе әйтеүенсә, нотариустан раҫлатыу хәүефһеҙлек өсөн, алдаҡсылар тоҙағына эләкмәү маҡсатында кәрәк. Бындай күсемһеҙ мөлкәтте бүләк итеү буйнса ҡағыҙҙарҙы Күп функциялы үҙәктә генә тултырыу хәҙер етмәй, йәғни хәүефһеҙлек гарантияһы бирмәй.
Автор фотоһы.