Мысырҙа батискаф батып бер нисә Рәсәй турисы һәләк булғайны. Яңылыш ҡайһы бер иҫән кешеләрҙе үлгән, үлгәндәрен иҫән тип белдерҙеләр. Бөтә Татарстан һәм Башҡортостан халҡы Вәлиуллиндар ғаиләһе өсөн ҡайғырҙы.
Иң башта Татарстандың Уруссин үҙәк район дауаханаһында эшләгән табиптар Рауил менән Кристина Вәлиуллина һәләк булған, уларҙың 10 һәм 15 йәшлек ҡыҙҙары иҫән ҡалған тинеләр. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс Кристинаның тере булыуы асыҡланды, Рауил һәләк булған тинеләр. Ғаилә башлығы, 40 йәшлек Рауил анестезиолог-реаниматолог, ә ҡатыны балалар табибы. Кристинаның Башҡортостандан, Борай районы кешеһе булыуы билдәле.
Һәм кисә фажиғәнән һуң Кристина беренсе тапҡыр журналистар менән бәйләнешкә сыҡҡан һәм хәлгә аныҡлыҡ индергән.
“Быларҙың барыһын да нисек кисергәнде ошондай хәлдә ҡалған кеше генә аңлай алыр ине. Дошманға ла теләмәҫлек хәлдәр кисерҙек. Тиҙерәк аяҡҡа баҫырға теләйем. Мин клиник үлем кисерҙем, Мысыр табиптарына рәхмәт, улар мине ҡотҡарҙы һәм дөрөҫ ярҙам күрһәтте, шулай уҡ балаларыма ла ярҙам иттеләр”, – тигән Кристина Вәлиуллина IZ.RU баҫмаһына.
Шулай уҡ Кристина әйтеүенсә, уның ире Рауил батырҙарса һәләк булған.
“Был беҙҙең ғаилә өсөн бик ауыр юғалтыу. Ул үҙе лә табип, анестезиолог-реаниматолог, ғүмере буйы кешеләрҙе ҡотҡарҙы. Яҡшы ир һәм атай ине. Бында ла ул кешеләрҙе ҡотҡарып геройҙарса һәләк булды”, – тип өҫтәгән Кристина.
Әле ҡатын әйтеүенсә, уның хәле һәйбәт, дауахананан сыҡҡандар.