+24 °С
Ямғыр
Бисмилләһир-рахманир-рәхим, тип башланһа көнөң,
Сауаплы эш башҡарырһың бөгөн.
Аллаһы Тәғәләнең булыр ике дәфтәре,
Кешенең яҙылыр шунда ҡылған ғәмәлдәре.
Бер дәфтәргә яҙылыр - яҡшылыҡ.
Күңел түрендә ятыр ти, яҡтылыҡ.
Был дәфтәрҙә яуызлыҡҡа урын булмаҫ,
Насар һүҙҙәр менән ауыҙ тулмаҫ.
Лә иләһә илләллаһ, булһа әгәр һәр аҙымың,
Бәлә-ҡаза һағаламаҫ аҙым һайын.
Әлхәмдуллилләһ, тип үтһә матур көнөң.
Еңелерәк тартырһың һин донъя йөгөн,
Намыҫ менән эшләнелһә һәр бер эшең
Күңелкәйең тыныс булыр, эй, һин кешем.
Рәхмәт фәрештәләре, тим яҡлар,
Төрлө хәүеф-һәләкәттән һине һаҡлар.
Гөлнара Иҫәнғолова.
Ҡарлыманбаш ауылы.