Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
3 Апрель 2025, 05:32

Банк картаһын урлай

БР Ҡырмыҫҡалы район-ара суды тарафынан бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән кешегә ҡарата енәйәт эше ҡаралды. Ул үҙенең танышының банк картаһын урлай һәм төрлө магазиндарҙа тауарҙар һатып ала.

Банк картаһын урлайБанк картаһын урлай
Банк картаһын урлай

Суд кәңәшмәһендә ғәйепләнеүсе енәйәт эше ҡылыуын таный, шул уҡ ваҡытта зыян күреүсенең аҡсаһын тотоноуын инҡар итә. Ул ҡатындың уға банк картаһын спиртлы эсемлек һәм аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн үҙе биреүе тураһында әйтә.
Ҡырмыҫҡалы район-ара суды ҡарары менән граждан Г. РФ ЕК 158 статьяһының 3-сө өлөшөнөң “г” пунктында ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә. Шарттарҙы иҫәпкә алып, иргә язаны 2 йыл да 6 айға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында иркенән мәхрүм итеү билдәләнә. Суд залында ғәйепләнеүсе ҡулға алына.
Илмира Байғусҡарова, Ҡырмыҫҡалы район-ара судының рәйес ярҙамсыһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас