Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
2 Апрель 2025, 09:27

Ҡышҡы курткаларҙы өй шарттарында йыуабыҙ

Ошолай итеп йыуғандан һуң куртка таҙара, төҫө тергеҙелә, ә еңдәренә, яғаһында һәм кеҫәләрендә таптар һәм порошок эҙҙәре ҡалмаясаҡ.    

Ҡышҡы курткаларҙы өй шарттарында йыуабыҙҠышҡы курткаларҙы өй шарттарында йыуабыҙ
Ҡышҡы курткаларҙы өй шарттарында йыуабыҙ

Ҡышҡы куртканы өй шарттарында яңыртыу беҙ уйлағандан күпкә еңелерәк. Еңел генә әҙерләнгән иретмә ярҙам итәсәк. Бының өсөн бер литр йылы һыу, кер йыуыу өсөн шыйыҡ средство һәм бер аш ҡалағы “Калмагон” (йыуыу порошогон көсәйткес) кәрәк. Бөтәһен бергә ҡушып бутарға һәм кер йыуыу машинаһының кер порошогы бүлексәһенә һалырға.

Куртка менән бергә барабанға бер нисә теннис тубын һалырға онотмағыҙ. Улар төйөлгән йөндө таратасаҡ һәм йыуыу сифатын яҡшырта. Машинкала “джинсы/ҡара төҫтәге кер” режимын һайлағыҙ һәм 40 градус температура ҡуйығыҙ. Һығыу режимын 1000 әйләнмәгә көйләгеҙ һәм мотлаҡ рәүештә өҫтәмә сайҡау ҡуйығыҙ.

Ошолай итеп йыуғандан һуң куртка таҙара, төҫө тергеҙелә, ә еңдәренә, яғаһында һәм кеҫәләрендә таптар һәм порошок эҙҙәре ҡалмаясаҡ. Куртканы кирегә әйләндереп, саф һауала киптерегеҙ. Һөҙөмтә һеҙгә оҡшаясаҡ.

Фото: "Бәйләнештә". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас