+24 °С
Дождь
Көндәр йылытыу менән янғын сығыу осраҡтары ла күбәйгән. Әбйәлил районының Рауил ауыл биләмәһенең ике ауылында янғын сығыу осрағы теркәлгән. Иртәнсәк Исҡужа (Орсоҡ) ауылының бер йортонда янғын сығып, хужалар өҫтәге кейем менән генә бер нәмәһеҙ тороп ҡалған.
Төш мәлендә Ишҡол ауылында һарай янып китеүе билдәле булды. Бәхеткә күрә, үлем осраҡтары теркәлмәгән.
Хәүефле осор етте. Һаҡ булығыҙ!
Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.